Республикала иң күләмле юл һәм күпер ремонты миҙгеле башланды

Республикала иң күләмле юл һәм күпер ремонты миҙгеле башланды
  • Республикала иң күләмле юл һәм күпер ремонты миҙгеле башланды

Республикала йыл аҙағына тиклем 700 километр төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы, шулай уҡ 100 километрҙан ашыу федераль трассаны төҙөкләндереү күҙаллана. Күләмле реконструкция арҡаһында йыш ҡына тығындар барлыҡҡа килә, бигерәк тә ремонтланған күперҙәр алдында.

Видео авторҙары әйтеүенсә, Ҡырмыҫҡалы районының Өфө-Инйәр юлында был ғәҙәти күренеш. Бер һыҙатта машиналар колоннаһы сикһеҙ теҙелгән, ә икенсеһе буш тиерлек.. Төҙөкләндерелгән күперҙә реверсив хәрәкәтте светофор менән көләгәндә шулай килеп сыға. Ә объектта идараны үҙ өҫтөнә алырҙай кеше лә юҡ. Әйткәндәй, эш көнөндә лә төҙөүселәр булмай сыҡты. Күрәһең, башҡарыһы эш тә ҡалмаған бында, әммә тамамлау срогы- октябрь айына билдәләнгән.

Ҡарлыман йылғаһы аша күперҙе тәмләп, кинәнеп ремонт эшләүҙе төҙөүселәр кисә генә башламаған, ахыры.

Был объекттың бәләһе нимәлә, асыҡларбыҙ. Инйәр яғынан хәрәкәт иткән водителдәргә сабырлыҡ теләйһе генә ҡала. 15 километр ғына үтеүгә икенсе күпер төҙөкләндерелә, һөҙөмтәлә реверсив хәрәкәт. Ағиҙел аша был күперҙә көн һайын 15 төҙөүсе эшләй. Хатта объектты ваҡытынан алда тапшырырға ниәтләйҙәр.

Әйтеүҙәренсә, ял көндәрендә бында тығындар даими була. Ундай осраҡта төҙөүселәр светофорҙарҙы һүндереп үҙҙәре көйләүсе рәүешенә инә..

Әле Башҡортостанда 30 – ға яҡын күпер төҙөкләндерелә -был төбәк һәм муниципаль-ара трассаларға ҡараған күперҙәр генә. Унауһын быйыл уҡ тейешле хәлгә килтереләсәк. Юлдарҙың үҙҙәренә килгәндә, уларҙы ла яңырталар.

Федераль трассаларға килгәндә яңыртылырға тейеш ҡатламдың дөйөм оҙонлоғо быйыл 120 километр тәшкил итәсәк. Шулай уҡ 14 күпер планлы төҙөкләндерелә. Кушнареко районының Саярыш йылғаһы аша был күпер август айында тапшырыласаҡ.

Сюжет башында күрһәтелгән күпергә килгәндә, ул һаман да үҙенең ремонт бригадаһын көтә. Республиканың юл хужалығы идаралығында аңлатма биреүҙәренсә: техник ҡағиҙәне боҙоу һәм кәмселлектәр асыҡланыу сәбәпле реконструкция туҡтатылған. Төҙөүселәр объектҡа аҙна уртаһында кире ҡайтырға тейеш. Эштәрҙе тамамлау ваҡыты 30 октябрға билдәләнгән.