Республика баҫыуҙарында дрондар

Республика баҫыуҙарында дрондар
  • Республика баҫыуҙарында дрондар

Башҡортостан хужалыҡтарында аграр йылдың иң мөһим өлөшө. Кооперативтар баҫыуҙарҙа химик эшкәртеү алып бара. Сүп-сар менән көрәшеүҙә хәҙер яңы алымдар ҡулланыла. Ширҡәттәр дрондар файҙалана. Заманса хужалыҡтарҙағы замана алымдары тураһында.

Кушнаренко баҫыуҙарында химик утау менән шөғөлләнгән пилотһыҙ осоу аппараты сәғәтенә 30 саҡрым тиҙлек менән хәрәкәт итиә. Ярауай культуралар араларын эшкәртеү тәртибе хайран ҡалдырырлыҡ күренеш.

Дрондарҙы трактор менән сағыштырырға ярамай. Техника тәгәрмәсе шытып сыҡҡан арыш-бойҙайҙы тапаһа, бындай аппарат ергә бөтөнләй төшмәй. Икенсенән яғыулыҡ-майлау материалдарына аҡса аҙыраҡ китә.

Шулай ҙа, юғары технологиялар үҙаллы эшләй алмай. Операторҙың төп бурысы – осош барышын, эшкәртеүҙең теүәллеген күҙәтеү

Уңыштар менән етешһеҙлектәрҙе лә атарға кәрәк. Бөгөн пилотһыҙ осоу аппаратын менән идара итеүсе операторҙар аҙ. Был хужалыҡ тик үҙ баҫыуҙарын ғына тәрбиәләй ала. Башҡа копперативтарға ярҙам барыу тураһында уйларға иртәрәк. Сәбәбе – икенсе аппарат менән эшләй белеүсе юҡ.

Химик утауҙа ҡулланылған препараттар сығымын алдан иҫәпләү ҙә зарур. Сөнки, әлегә күпме ҡатнашма сарыф итеүен асыҡлаусы формула юҡ тиерлек. Ауыр математик мәсьәлә урында хәл ителә.

Был бүлемде һеҙ килгәнсе эшкәрткәйнек. Ә бына сүп үҫкән ошо ерҙе һеҙҙең менән бергә таҙарттыҡ.

Күктәге техника хәҙер ер кешеһенә ярҙамға килә. Мул уңыш алыу өсөн тағы бер һорауға яуап кәрәк. Уныһы ошондай дрондар менән идара итеүсе операторҙар. Сөнки, тап уларҙың ярҙамы агросәнәғәт комплексында ла сағылыш таба.