Өфөлә йәш ғалимдар өсөн медицина химияһы буйынса өсөнсө Бөтә Рәсәй мәктәп-конфереецияһы үҙ эшен башланы. Уны Рәсәй һаулыҡ-һаҡлау Министрлығының Башкорт дәүләт медицина университетына ҡараған Өфө химия институты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә ойоштора.
Өфөлә медицина химияһы буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы академиктары төрлө төбәктәрҙән йыйылған йәш ғалимдар менән химия мәктәбенең иң көнүҙәк проблемалары тураһында һөйләшеүгә йыйылды.
Аҙна дауамында саҡырылған ғалимдар тәжрибә менән уртаҡлашасаҡ. Лекция, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.
Медицина химияһы инновацион дарыуҙар эшләүҙә, ауырыуҙарҙы диагностикалауҙа һәм кеше организмының эш итеү механизмдарын аңлауҙа төп роль уйнай. Быны яҡшы аңлап Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәй фәндәр академияһының биоорганик химия институты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Алда донъя кимәлендә мөһим булған ғилми эш көтә.
Төп саралар Евразия ғилми белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусында үтә. Уның бәләкәй таргетлы молекулалар эҙләү лабораторияһында ғалимдар биологик актив матдәләр, радиофармацевтик дарыуҙар синтезлау, туранан-тура был матдәләрҙе стандартлаштырыу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм үҙәк нервы системаһына фармакологик һынауҙар үткәрә.
Галина Розит фармацевтика факультетын тамамлаған, өсөнсө курста фән менән ҡыҙыҡһына башлай һәм ошо ваҡыттаналып тормошон медицина химияһы менән бәйләргә ҡарар итә. Был өлкәне төптән өйрәнеү өсөн Вуз-ара кампус лабораторияларында бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, ти йәш ғалим.
Ошо һәм башҡа ҡаҙаныштары менән Өфө ғалимдары башҡа төбәк хеҙмәттәштәре менән дә бүлешергә әҙер. Медицина химияһы буйынса өсөнсө Бөтә Рәсәй мәктәп-конфереецияһы 26 июнгә тиклем дауам итә.






