Башҡортостанға йәнә ҡойма ямғырҙар яҡынлаша

Башҡортостанға йәнә ҡойма ямғырҙар яҡынлаша

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн республика биләмәләрендә яуым-төшөм көтөлмәй. Иртәгә иһә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, урыны менән боҙборсаҡ фаразлана. Һауа температураһы төндә 8-13, көндөҙ 18-23 градус йылы. Йома көндө лә ошондай һауа торошо һаҡлана. Ямғырҙар кәм тигәндә бер аҙнаға һуҙыла ти синоптиктар.