Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр сығарылыш класс уҡыусыһы бер юлы өс Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Өфөнөң 153-сө лицейы уҡыусыһы Алексей Лобов физика, информатика һәм математика буйынса фәндәрҙән иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Оялсан һәм тыйнаҡ Алексей Лобов үҙенең асылын теүәл фәндәрҙә таба. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ математика һәм информатикаға ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уяна. Уҡытыусылар билдәләүенсә, улар “бала кәмендә ике фән буйынса юғары бал аласағына ышана”. Ә бында хәл бөтөнләй шаҡ ҡатырлыҡ, уҡыусы иһә барыһын тыныс ҡабул итә.
Әммә, егеттең тыйнаҡлығы уның белемендә сағылмай. Алексей Башҡортостанда беренсе булып 3 фән буйынса имтиханды юғары балға тапшыра. Ниндәй предметтар бит әле – математика, физика һәм информатика. Ә бына рус теле буйынса уға 100 балға тапшырыр өсөн ни бары 6 бал етмәй. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә уҡыусыны шәхсән ҡотланы.
Аҡыллы егет күп һүҙле түгел. Уның төп сифаты – уҡыуға яуаплы ҡарау, тип билдәләй уҡытыусылар.
Нисек уҡыусыға ошондай һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин икән тигән һорауға Алексей һәр ваҡыт тырышырға кәрәк, тип яуап бирә.
Хәҙер Алексей Лобовтың мөмкинлектәре күп. Бихисап юғары уҡыу йорттары тап уны ҡабул итергә теләй. Әлегә уҡыусы ҡайҙа уҡырға инәсәге тураһында билдәләнмәгән. Әммә, шуныһы аныҡ, ул мәғлүмәт технологиялары буйынса белемен камиллаштырыуын дауам итәсәк.






