Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ”На крыльях” тип аталған адаптив кейем конкурсы һөҙөмтәләрен Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә иғлан иттеләр. Исемлектә Башҡортостандан ике ҡатнашыусы ла бар.
Өфөнән дизайнер Елена Степанова «Беҙ — ғаилә» категорияһында бронза миҙалға лайыҡ булды. Уның конкурс эше, «Эт һәм уның кешеһе» тип аталған кейем коллекцияһы, күреү һәләте сикләнгән кешеләр һәм уларҙың тоғро ярҙамсылары өсөн махсус рәүештә эшләнгән.
Комбинезон һәм шлейка туҡыманы тиҙ туҙҙырмаһын өсөн ныҡлы материалдан эшләнә. Шулай уҡ кейемгә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар ҙа тегелә. Был ҡараңғы ваҡытта хужа һәм эткә өҫтәмә хәүефһеҙлек тәьмин итһен өсөн эшләнгән.
Өфө ҡыҙы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә «На крыльях » адаптив кейем дизайны конкурсында үҙенең адаптив кейем линейкаһын тәҡдим итте. Гала-күргәҙмә Эрмитаж залдарында үтә. Адаптив мода донъя мәҙәниәтенең бер өлөшө булып китеүен күрһәтә.
Башҡортостандан ҡатнашыусылар араһынан лидерҙар иҫәбенә Нефтекаманан модельер Илүзә Мусина ла инде.
Илүзә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләренә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килеүен ишетеп кенә белмәй. Ул – үҙенсәлекле бала әсәһе.
Йәш әсә тәүҙә балалар өсөн уңайлы һәм сағыу кейем тегеү идеяһы менән был эшкә тотона. Аҙаҡ дизайнер аяҡ-ҡул протезы менән йәшәгән өлкәндәр өсөн дә кейем линейкаһын булдыра. «На крыльях» конкурсы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды башланғысы менән ойошторола.
«На крыльях " конкурсы талантлы дизайнерҙарҙы үҙенсәлекле кейем булдырыуға рухландыра.