Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. “Сәләмәт төбәк – сәләмәт республика” акцияһы сиктәрендә бөтәһе 733 мең кеше табиптарға күренгән. Һөҙөмтәлә социаль әһәмиәтле сиргә дусар булыуҙың 27 меңгә яҡын осрағы асыҡланған. Уларҙың барыһын да артабан тикшереүгә йүнәлтелә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, күсмә бригадаларҙы ауылдарҙа көтөп ҡаршы алалар. Был аҙнала сәләмәтлек поездары Архангель, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк һәм Стәрлетамаҡ райондарында эшләй.
Йыл башынан Башҡортостанда сәләмәтлек поездары 70 меңдән ашыу кешенең һаулығы тикшергән
Йыл башынан Башҡортостанда сәләмәтлек поездары 70 меңдән ашыу кешенең һаулығы тикшергән






