Быйыл йәй Луганс һәм Донецк халыҡ республикаларынан Башҡортостанда 600-ҙән ашыу бала ял итә. Үткән аҙнала ғына Өфөгә беренсе төркөм килде.
Өфөнөң тимер юл вокзалында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаһы балаларын сағыу тамаша менән ҡаршы алалар. 100-гә яҡын баланан торған төркөм тура Мәләүез районында урынлашҡан «Дуҫлыҡ» лагерына юлланды.
Артём Порохня Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Ул балалар лагерында үҙенә яңы дуҫтар ҙа табып өлгөргән. Егет Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһынан килгән. Бында үткәрелгән саралар миңә бик оҡшай, ти Артем.
Назар Гриценко волейбол уйнарға ярата. Балалар лагерында бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Төрлө фокустар эшләүгә маһир егет төркөмдәштәрен дә хайран ҡалдыра.
Башҡортостанда тыныс, саф һауа, рәхәт итеп төрлө уйындар уйнарға бер нимә лә ҡамасауламай. Красный Луч ҡалаһында әле көсөргәнешле яуҙар бармаһа ла авиация техникаһы осоуынан туҡтамай, ти балалар.
«Дуҫлыҡ» балалар лагерында ДариЯ Бакина маскировка селтәрҙәрен үреү менән мауыға. Ҡыҙ бында инде 3-сө тапҡыр килә. Үткән йылдарҙағы сменаларҙан күп дуҫтарым менән әле лә аралашам, ти ДариЯ.
Мария Порохня балаларҙы Красный Луч ҡалаһынан оҙатып килгән. Уның тормош иптәше Махсус хәрби операция яугиры. Маскировка селтәрҙәрен үреү Башҡортостанда ла әүҙем ойошторолоуын күреп ҡыуандыҡ ти ҡатын.
Балалар бында ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла һуғыш тураһында онотоп, балалыҡҡа ҡайта, уйындар уйнай, йырҙар йырлай, бейеүҙәр бейей. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән йәштәр бик әүҙем, улар менән эшләүе күңелле, ти «Дуҫлыҡ» балалар лагеры тәрбиәселәре.
Дуҫлыҡ балалар лагерындағы әлеге сменала Луганс һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән балалар менән бер рәттән 371 бала ял итә. Улар өсөн бында бөтә шарттар ҙа тыуҙыралған. Яҡты, матур бүлмәләр, күңел асыу һәм үҫеш программалары ла ҡаралған. Көнөнә 5 тапҡыр ашатыу ойошторолған.