Модулле ФАПтар һәм яңы, юғары технологиялы поликлиникалар Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яҡшыртыуға мөһим аҙым булып тора. Һуңғы 6 йылда ғына тулыһынса яңыртылған һәм заманса технологиялар менән йыһазландырылған 500 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Тағы 100-ҙән артыҡ ФАП һәм тиҫтәләгән поликлиника быйыл сафҡа индереләсәк.
Эльмира Ардаширова ашнаҡсы булып эшләй. Иртәнге йорт мәшәҡәттәре бөткәс тә, ауыл фельдшерена инеп сыға. Эштә көнө буйы аяҡ өҫтө, йәш тә бара, һуңғы ваҡытта ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеп, баш әйләнә башланы, ти ҡатын.
Ауыл фельдшерының мөмкинлектәре артыуына бик шат Эльмира. Кисә урында ғына Электрокардиограмма эшләп, үҙәк дауахана табиптарынан консультация алғандар. Бөгөндән дауаланыу курсы башлай.
Заһит ауылында башлыса өлкән быуын вәкилдәре йәшәй. Модулле ФАП асылыуы уларға үҙ һаулығын ентекле ҡайғыртырға мөмкинлек бирә. Лилиә Шәүәлиева был ауылға Себер тарафтарынан эшкә ҡайтҡан. Иҫке Фапта ҡул йыйыу өсөн дә мәктәпкә йөрөй инем, тип иҫләй ул.
«Цифрлы ФАП» төбәк проекты сиктәрендә хәҙер һәр фельдшер-акушерлыҡ пункты телемедицина мөмкинлектәренә эйә. Ауылда эшләнгән электрокардиограмманы район дауаханаһы белгесе генә түге, республика дауаханаһы белгестәре лә шунда уҡ ҡарай ала. Табипҡа эләгеү ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай
Уҫаҡлы ауылында яңы Фельдшер акушер пунктын халыҡ айырыуса көтә. Ҡышҡы осорға фельшерҙың эше таңғы 6-нан килеп мейескә ут яғыуҙан башлана. Фәһимә Мазһаровна бында 89-сы йылдан эшләй.
Яңы ФАП июль айында тулыһынса әҙер буласаҡ. Төҙөүселәр тәҙрә уя, иҙәнен һала, ҡыйығын түшәй. Тиҙ күтәрелә торған модулле Фапты эшселәр ғәҙәттә аҙна-ун көндә йыя.
Архангель районында бер-нисә йыл эсендә генә ошондай, бөтә медицина талаптарын тап килгән 10 Фап сафҡа индерелгән. 2030 йылға тиклем «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә районда тағы 7 модулле сәләмәтлек йорто төҙөләсәк.
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу»программаһы сиктәрендә Башҡортостанда бер юлы 6 поликлиника төҙөлә. Шуларҙың береһе Асҡын районында. Район халҡы уны түҙемһеҙләнеп көтә.
Анализдар тапшырыу, физиотерапия үтеү һәм тар йүнәлешле белгестәргә эләгеү өсөн район халҡына тиҙҙән бинана бинаға йөрөргә кәрәкмәйәсәк. Стационар менән поликлиниканы тоташтырған йылы үткәүелдең булыуы, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә махсус лифт та дауаланыусыларҙың уңайлығы өсөн. Поликлиника тулыһынса автономлы. Үҙенең ҡаҙанлығы, йылылыҡ трассаһы, таҙартыу ҡоролмалары һәм янғын һүндереү системаһы буласаҡ. Үҙәк дауахана 17 мең кешене хеҙмәтләндерә. Ә инде табиптар менән медицина учреждениеһы тулыһынса тәьмин ителгән. Үҙ ишектәрен дауахана быйыл көҙгә асасаҡ.
Иҫке медицина учреждениеларының һаны республикала көндән көн кәмей. Һуңғы 6 йылда ғына тулыһынса яңыртылған һәм яңы технологиялар менән йыһазландылған 500 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Тағы100-ҙән артыҡ Фап һәм тиҫтәләгән поликлиника быйыл сафҡа индереләсәк.
Кеше сәләмәтлеген һаҡлау һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу ил һәм республика хөкүмәте өсөн өҫтөнлөк булып ҡала. Яңы дауаханалар Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яҡшыртыуға мөһим һәм кәрәкле аҙым.