Өфөлә маршрут автобустары тикшерелә

Прокуратура, юл полицияһы һәм ҡала хакимиәте менән берлектә йәмәғәт транспортында ҡағиҙә боҙоуҙарҙы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү талаптары үтәлешен асыҡлай.
  • Өфөлә маршрут автобустары тикшерелә

Төп иғтибар маршрут автобустарының техник торошона һәм ваҡыт интервалы үтәлешенә. Һуңғыһы буйынса етешһеҙлектәр аҙым һайын тиерлек, ҡайһы бер маршруттар ваҡыт теҙмәһен бөтөнләй инҡар итә. Уларға тейешле административ саралар күрелә. Бындай тикшереүҙәр ике-өс аҙна һайын ойошторолоп тора, әммә мәсьәлә киҫкен ҡала, быны хакимиәт вәкилдәре водителдәр етмәүе менән аңлата. Прокуратура һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының берлектәге “Автобус” атамалы рейды һөҙөмтәләре буйынса бихисап етешһеҙлектәр асыҡланған.