"Башҡортостан 24" телеканалы иғлан иткән «Еңеү Йырҙары» телемарафоны еңеүселәре билдәле булды

Конкурсҡа бөтә республиканан хатта сит төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән ике йөҙгә яҡын видеояҙма килде.
  • "Башҡортостан 24" телеканалы иғлан иткән «Еңеү Йырҙары» телемарафоны  еңеүселәре билдәле булды

Яңғыҙ башҡарыусылар, коллективтар, кескәй балалар һәм оло йәштәгеләр Һуғыш йылдарындағы һәм Еңеүгә арналған йырҙарҙы башҡарҙы.

Видеояҙмала Өфө районының Дмитриевка ауылы уҡытыусылары. Тап улар 12 меңгә яҡын тауыш йыйып еңеү яулай. Роликта «Майский вальс» йырына мәктәп директоры һәм инглиз теле уҡытыусыһы вальста әйләнә.

"Еңеү йырҙары" телемарафонында республика халҡы әүҙем ҡатнашты. Проекттың телеграмм каналына ике йөҙгә яҡын ғариза килде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, проекттың халыҡта популяр булыуы, кешеләрҙең тарихҡа, үткәндәргә битараф булмауын күрһәтә. Был йырҙар халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.

Ә иң кесе ҡатнашыусыларға биш йәш тә тулмаған. Улар марафонда лайыҡлы икенсе урын алды.

Проект режиссеры әйтеүенсә, видеяҙмаларҙың төрлөлөгө һәм ҡатнашыусыларҙың был эшкә ижади ҡараш менән тотоноуы һоҡландыра.

Октябрьский ҡалаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ҡатындары башҡарыуында «журавли» йыры өсөнсө урында. Уларҙың тауыштары менән яу яландарында һәләк булғандар иҫтәлеге яңғырай. Видеояҙма-беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгелеккә булғандарға наҙлы һәм тәрән саждә.

Йырҙар рус һәм башҡорт телдәрендә – соло йәки коллектив менән башҡарылды. Ҡатнашыусылар араһында айырыуса Шайморатов генерал йыры популяр булып сыҡты. Уның төрлө вариацияларын ундан ашыу конкурсант ебәргән.

«Еңеү Йырҙары» телемарафоны бөтә республика тауыштарын берләштерҙе, хәтер көсөн һәм халыҡ берҙәмлеген иҫкә төшөрҙө.