Был еңеүе менән яҡташыбыҙҙы Радий Хәбиров ҡотланы.
Үҙе таратҡан баҫманың беренсе битендә баҫылып сығыуы оло мәртәбә. Ғафури районынан Зилә Романова ил кимәлендә үткән почтальондар конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.
Почта хеҙмәтенә ханым 10 йыл элек осраҡлы ғына эшкә килә. Шунда уҡ ул күңеленә ятҡан һөнәргә әйләнә.
Кеше һөнәрҙе түгел, һөнәр кешене таба тигән әйтем тап Зилә Романова хаҡында. Ауыл халҡы өсөн ул почта хеҙмәткәре генә түгел, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла. Бигерәк тә оло йәштәгеләр уның хәстәрен тойоп йәшәй.
Зилә Романова бөтә Рәсәй конкурсында еңеүен үҙенең генә ҡаҙанышы тип иҫәпләмәй. Яҡындары төшөргән үҙенсәлекле видео ярҙам иткәндер ти ханым.
Әлбиттә, ауылдаштары, яҡындарының тауыш биреүҙә әүҙемлеге лә үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Хеҙмәткәренең Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеүенә Толбазы почтамты ла ихлас ҡыуана. Уның еңәсәгендә шикләнмәнек, тиҙәр.
Зилә Романова тиҫтә йыл эсендә Родина халҡының күңелен яулап өлгөргән, хәҙер быны бөтә Рәсәйҙә беләләр. Һөнәренә тоғро почтальон, ғәҙәттәгесә, ҡулына сумкаһын аҫып таныш урамдар буйлап ашыға. Сөнки уны һәр йортта көтәләр.