Был турала хөкүмәттәге Оператив кәңәшмәлә әйтелде. Унда төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш биреү һөҙөмтәләре иғлан ителде. Барлығы 144 проект еңеүсе тип танылған, уларҙы төҙөкләндереү эштәре 2026 йылда башалана. Улар Башҡортостандың бөйөк шәхестәре. Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы ошолай баһалай. Дүшәмбелә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә Генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды. Уларҙың береһе Денис Тоҡомбәтов.
Алғы һыҙыҡта ҡорал ғына түгел, хатта йыр ярҙам. Дүшәмбелә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры йырсыһы Инсаф Абдуллинға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Сәхнә оҫтаһы өсөнсө йыл рәттән фронттағы ижади бригада солисы булып хеҙмәт итә.
Аҙна башындағы ҙур яңылыҡтарҙың береһе транспортҡа бәйле. Өфө аэропортынан Мәскәүгә авиарейстар һаны арта.
Башҡортостан халҡы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә лә битараф түгел. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирелгән тауыштар һөҙөмтәһе буйынса федераль ҡаҙна ярҙамында, киләһе йыл Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфөләге урамдар, Мәләүездәге һәм Өфө янындағы Михайловка ауылында йәмәғәт урындары тәртипкә килтерелә.
Социль сәйәсәттәге төп нигеҙҙәрҙең береһе – “Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау” программаһы Башҡортостанға яңы мөмкинлектәр бирә. Республикала перинаталь үҙәктәр эше камиллашырға тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ошоларҙы вәғәҙәләй.
Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостанда яңы тыуған балалар һаны буйынса иң түбән күрһәткесле райондар аталды. Исемлектең беренсе урынында Федоровка килә. Муниципаль биләмәлә, былтыр һәр мең кешегә ни бары 5 сабый тыуған. Борай менән Йәрмәкәйҙә демографик хәл ҡатмарлы. Ҡалалар араһында Салауат менән Ағиҙел яңы тыуған сабыйҙар иҫәбе буйынса артта.
Республикала хәҙер баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге йорттарға газ үткәрергә мөмкин. “Зәңгәр яғыулыҡ” хәҙер төпкөл ауылдарға тиклем барып етә. Ә халыҡ именлеген тәьмин итеү өсөн Башҡортостанда янғын һүндереү пункттары һаны арта.
Дүшәмбе кәңәшмәһендә башҡа оператив мәғлүмәттәр аталды. Мәҫәлән, республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны –бер-нисә аҙна дауамында үҙгәрешһеҙ ҡала. Тик Башҡортостан юлдарында авариялар ғына кәмемәй. Көндәрҙең яуым-төшөмлө тороуоның төп файҙаһы – урман янғындарының булмауында.