Ярты йыллыҡтың төп һөҙөмтәләре иғлан ителде

Ярты йыллыҡтың төп һөҙөмтәләре иғлан ителде
  • Ярты йыллыҡтың төп һөҙөмтәләре иғлан ителде

Бөгөн, 2025 йылдың экваторында Башҡортостан хөкүмәте рәйесе ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләре һәм алдағы яртыһына бурыстар тураһында хәбәр итте.

Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, республика етәкселеге бер нисә йүнәлешкә айырыуса өҫтөнлөк бирә. Исемлектә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам, агросәнәғәт тармағы һәм айырым биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү. “Радий Хәбиров халыҡ менән осрашыуҙарға өҫтөнлөк бирә, йыл башынан ул район-ҡалалар буйлап 20-ләгән эш сәфәре уҙғарҙы”, — тип яҙған Андрей Назаров. Хөкүмәт тә диалогҡа асыҡ, быйыл муниципалитеттарға сығып хөкүмәттең күсмә ултырыштарын үткәреү тәжрибәһен киң ҡулланабыҙ. Йыл башынан 6 муниципалитетҡа тулы состав менән сыҡтыҡ тип белдерҙе Хөкүмәт рәйесе