Был байрам сығарылыш кисәләре һәм студенттарҙың сессиялары тамамланып, каникулдар башланыуы менән бер ваҡытҡа тура килде. Байрам уңайынан Ағиҙел яры буйында бай программалы Йәштәр фестивале уҙҙы.
Саралар майҙансыҡтарға бүленеп ҡоролғайны. Һәр – береһендә ярыштар, интерактив конкурстар, шәп приздар. Спорт уйындары ла ойошторолдо. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн ВИ-ар – аттракцион, тир, дарц, күргәҙмәләр эшләне. Йәш эшҡыуарҙар маркетта үҙ проекттарын да тәҡдим итте.
Шулай ҙа, йәштәргә төп бүләк – билдәле артистарҙың сығыштары. Ағиҙел йылғаһы яры буйы ике көн дауамында йәш эстрада йондоҙҙары, диджей, блогерҙар һәм билдәле артистар сығышынан гөр килде.