Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә “Булат” следж- хоккей командаһы асыҡ күнекмәләр үткәрҙе. Командала махсус хәрби операция ветерандары уйнай. Уларҙың бурысы, Башҡортостан исемен хәҙер инде спортта яҡлау. Егеттәр үҙҙәренең тәүге ярыштарына әҙерләнә.
Санала хоккей уйнау хәрби ветерандар өсөн спорттың яңы төрө. Уларҙың күбеһе тәүге тапҡыр боҙға март башында ғына сыҡҡан. Азамат Әйүпов махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән 2022 йылда юллана, яуҙа ике аяғын да юғалта. Оҙайлы реабилитация үткәндән һуң, ул яңынан йәшәргә өйрәнә. Тәүге тапҡыр санаға ултырғандағы хистәрен Азамат яҡшы хәтерләй.
Следж-хоккей ул паралимпия дисциплинаһы. Уйындағы хистәр классик хоккейҙан бер ҙә ҡалышмай. Әммә егеттәргә етди әҙерлек һәм ваҡыт кәрәк. Санала иң йылғыр йөрөгән спортсылар шунда уҡ күҙгә салына. Улар билдәле “Башҡорт пираттары” командаһынан. Бәхетһеҙ осраҡта аяҡтарын юғалтҡан Айрат Уразаев следж -хоккей менән 10 йылға яҡын шөғөлләнә. Спортсы хәрби ветерандар командаһын хуплап, ярҙам итергә, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға һәр саҡ әҙер.
Хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәрҙе спортҡа ылыҡтырыу Дәүләттең етди күҙәтеүе аҫтында. Егеттәр менән көс һынашырға, үҙ миҫалында уларҙы дәртләндерергә мөмкинлектәре сикләнгән әммә спортта ҙур үрҙәр яулаған билдәле спортсылар йыш килә.
“Булат” командаһы яңы формалашһа ла үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуя. Ойошторусылар ҙа, алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарҙы ҡыйыу үтәгән ир-егеттәр боҙҙа ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтер, тип ышана.
Егеттәр үҙ оҫталығын август айында, Рәсәй чемпионатының беренсе этабында күрһәтә аласаҡ. Әлегә команда аҙнаһына 4 тапҡыр Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә шөғөлләнә.
Ярыштар яҡынлашҡан һайын күнекмәләр һаны ла артасаҡ. Был файҙаға ғына. Сөнки саналағы хоккей егеттәр өсөн һөҙөмтәле реабилитация сараһы ғына түгел, өр-яңы тормош этабын башлау мөмкинлеге.