Өфөнөң Ленин исемендәге парк республикала иң яҡшыһы булырға тейеш

Өфөнөң Ленин исемендәге парк республикала иң яҡшыһы булырға тейеш
  • Өфөнөң Ленин исемендәге парк республикала иң яҡшыһы булырға тейеш

Радий Хәбиров төҙөүселәр алдында ошондай бурыс ҡуйҙым тип хәбәр итте социаль селтәрҙрәҙәге сәхифәһендә.

Төбәк етәксеһе төҙөлөш майҙанын даими күҙәтеп торасағын белдереп, паркты ремонтлау тураһында ҡарарҙың дөрөҫ булыуын билдәләне. Һуңғы тапҡыр был паркта капиталь ремонт 80-се йылдарҙа эшләнгән булған, шуға ла уның артабанғы яҙмышына битараф ҡалыу мөмкин түгел ине, паркты тулыһынса яңыртыу көтә, шуға ҡарамаҫтан, уның биләмәһендәге тәбиғәт һәм мәҙәни мираҫ объекттарына һаҡсыл ҡарайбыҙ. Был парк республика өсөн әһәмиәтле урын, унда күп кенә мөһим саралар үткән һәм һәр ҡайһыбыҙҙың уға бәйле үҙ хәтирәләре бар. Төҙөүселәр алдында биләмәне республиканың иң яҡшы паркы итеү бурысын ҡуйҙым, уны киләһе йыл Республика көнөнә асырға планлаштырабыҙ, тип белдерҙе төбәк етәксеһе.