Ул үҙенең клиенттарын кәм тигәндә 25 миллион һумға алдаған. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 49 йәшлек ир быйыл май айында Өфөлә автосалон аса. Бында ул кешеләргә машиналарын яҡшы хаҡҡа һатырға вәғәҙәләп килешеү буйынса алып ҡала, әммә аҡсаларын үҙ кеҫәһенә һала. Икенселәренә түбән хаҡҡа автомобиль алып бирергә вәғәҙәләп аҡса йыя һәм шулай уҡ алдай. Тулыраҡ киләһе репортажда.
Зыян күреүселәр кәм тигәндә лә 15 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Берәүҙәр автомобилде һатырға, ә икенселәре, Денис Леньков аша машина һатып алырға теләй. Турал Исмәғилев та Денис һатып алырға вәғәҙә иткән автомобилде кисектереү иҫәбенә 230 мең һум күләмендә беренсе түләү яһай.
Леньковҡа автоһәүәҫкәрҙәр машиналарын һатыуға комиссия килешеүе нигеҙендә ышанып тапшыра. Ул машиналарҙы алып китә, әммә аҡсаны күп кенә клиенттар күрмәй ҡала.
Бөтә килешеүҙәрҙе лә сауҙагәр ялған ысул менән эшләгән булып сыға, һәр хәлдә зыян күреүселәр һәм уларҙың адвокаттары шулай тип иҫәпләй.
Леньков транспортты шунда уҡ һатҡан, йәки таныштарына файҙаланыуға биргән.
Февралдән йәй башына тиклем автосалон яҡшы эшләй. Машиналар һатыла һәм һатып алына, клиенттарға аҡса ваҡытында түләнә. Схема шул тиклем яҡшы эшләй, хатта Леньковҡа уның хеҙмәткәрҙәре лә ышана.
Өмөтһөҙлектән зыян күреүселәр автомобилдәрен үҙҙәре эҙләй башлай һәм уларҙы автосалон хужаһының ихатаһында таба. Зәңгәр Төҫтәге Шевроле Крузда уның танышы, ул ишекте асмай. Полиция килә, әммә, Леньков алдаған кешеләргә ярҙам итер өсөн түгел.
40-лаған зыян күреүсе араһында бер «бәхетле» бар. Мараттың машинаһын Линьков ниңәлер кире ҡайтара.
Әйткәндәй, Леньковтың быға тиклем дә закон менән проблемалары булған. Асыҡ интернет-ресурстарҙа уның бер нисә тиҫтә суд процесында булыуы күрһәтелгән. Бынан тыш, 2019 йылда гражданин хөкөм ителгән була һәм уға ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарыла. Денис менән беҙҙең ижади төркөм бәйләнешкә сыға алманы .
Әммә полиция автомутлашыусы эҙенә тиҙ баҫа. Уҙған көн ул ҡулға алынды. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдарына кәм тигәндә лә 20-ләп ғариза килгән. Тәфтишселәр зыян күреүселәрҙең теүәл һанын һәм зыян суммаһын билдәләйәсәк. Яҡын арала суд уға ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан итә.