Башҡортостанда индексация уртаса 12 процент тәшкил итә. Иң юғары хаҡ йылытыу өсөн – 16,2 процентҡа ҡиммәтләнә. Эҫе һыу менән файҙаланыуға – 14,8, ә бына һалҡын һыу менән ҡулланған өсөн 10 процент күберәк түләргә тура киләсәк. Бер кубометр хәҙер яҡынса 40 һум. Квитанцияларҙағы “һыу бүлеү” тигән пунктта яңы һандар баҫыла. Уның хаҡы бер кубометр өсөн 44 һумға етә. Тәбиғи газ бер квадрат метр өсөн 9 һум 71 тин була. Электр энергияһы тармағында ла хаҡтар күтәрелә. Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ҙа ҡиммәтләнә. Төбәк операторҙары 1 июлдән хаҡтарҙы 7 проценттан 13 процентҡа тиклем күтәрә. Ул торлаҡ йорттоң төрөнә һәм урынлашыу биләмәһенә ҡарап үҙгәрә. Шулай ҙа сүп сығарыу өсөн айлыҡ түләү 130 һумдан да артмаҫҡа тейеш.