Талаусыларҙан ҡотҡарылған милли байлыҡ

Талаусыларҙан ҡотҡарылған милли байлыҡ
  • Талаусыларҙан ҡотҡарылған милли байлыҡ

35 йыл элек башҡорт археологтарының иң һөҙөмтәле экспедицияһы тамамланды. Ырымбур өлкәһенең көньяғында Филипп ҡурғандарындағы ҡаҙылмалар барышында "Сарматтар алтыны"коллекцияһы табыла. Табылған артефакттарға донъяла бөгөнгө көнгәсә тиңдәр юҡ, ә ғалимдар әле лә күсмә халыҡ мәҙәниәтенең серҙәрен сисеү менән мәшғүл. Һуғышсан күсмә халыҡтар тураһындағы ҡарашты үҙгәрткән асыш тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина.

Уларҙың яҙмаһы булмаған, әммә биҙәү-ҡулланма сәнғәтен сарматтар, күрәһең, бик яҡшы белгән. Боронғо алтын боландар — бөтә донъяла танылған ювелир оҫталығының шедеврҙары. Күптәр өсөн әлегә тиклем сер булып ҡала: һуғышсан күсмә халыҡтар уларҙы нисек эшләй алған?

Милли байлыҡты беҙ бер ҡасан да күрә лә алмаҫ инек. Ырымбур өлкәһенең көньяғындағы Филипп ҡурғандарында коллекцияның төп өлөшөн табалар тик, ҡыҙанысҡа күрә, ул "ҡара ҡаҙыусылар" тарафынан талана. Башҡарыласаҡ эштәрҙең ҡиммәт булыуына ҡарамаҫтан башҡорт археологтарының ныҡышмалылығы арҡаһында 1986 йылда ҡаҙыныу эштәре дауам итәләр. Һәм бына шунда боронғо сарматтарҙың белемлехалыҡ икәнлеге асыҡлана. Бөтә аҫыл таштар йәшерен урындарҙа һаҡланған.

Табылдыҡ һәр алтын эҙләүсене аҡылдан яҙҙырыр ине, әммә Өфө ғалимдарын түгел. Ҡаҙыныу урынында ҡиммәтле металдарҙан алты йөҙҙән ашыу төрлө артефакт табыла. Әйткәндәй, ул ваҡытта ҡиммәтле металлдар айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булған.

Алтынды изге металл тип һанағандар һәм ул илаһи көс һәм патша власы символы булған. Ошондағы ҡылыстарҙың тота торған өлөшө алтындан эшләнеүе быға сағыу дәлил. Сөнки ул ваҡытта патшалар бары тик алтынға ғына тотонорға тейеш булған.

Тағы бер ҡыҙғаныс факт бар. Ул дәүерҙә бындай сәнғәт әҫәрҙәрен ҡайҙа һәм нисек тыуҙырылыуын әлегәсә асыҡлай алмағандар. Шуға күрә уларҙы эшләү технологияһы бөгөнгө көнгә тиклем ғалимдар араһында бәхәс тыуҙыра.

Сарматтар хазинаһы табылғандан һуң тиҫтә йылдар үтә. Әммә ҡомартҡыларҙы тикшереү әлегә тиклем туҡтамай. Күсмә ҡәбилә әйберҙәренең береһе лә осраҡлы күренеш түгеллеге лә билдәле. Һәр әйбер ниндәйҙер бурысты үтәй. Йәшерен урындарҙа табылған артефакттар төрлө йолаларҙы ҡулланылған. Ғалимдар, мәҫәлән, шул уҡ алтын боландарҙы ҡайҙа беркетеүҙәре буйынса үҙ фараздарын күптән түгел генә асыҡлаған.

"Сарматтар Алтыны" коллекцияһы — боронғо халыҡтың уникаль мәҙәни мираҫ йыйылмаһы, ул тарихи һәм эстетик яҡтан бик ҡыҙыҡлы. Экспозиция киң йәмәғәтселеккә 2020 йылдан ғынә сығарылды. Хәҙер артефакттар этнологик тикшеренеүҙәр өсөн фәнни база ғына булып хеҙмәт итмәй, күсмә халыҡтарҙың хазиналары республиканың ысын брендына әүерелде.