“Башҡортостан Геройҙары” проектында ҡатнашыусылар белемен камиллаштыра

“Башҡортостан Геройҙары” проектында ҡатнашыусылар белемен камиллаштыра
  • “Башҡортостан Геройҙары” проектында ҡатнашыусылар белемен камиллаштыра

Улар өсөн “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһендә икенсе мәғариф модуле старт алды. Махсус хәрби операция ветерандары араһынан һайлау этабын үткән кандидаттар партия командаһында эшләү оҫталығын шымарта. Ҡатнашыусылар өсөн социаль башланғыстар, биләмәләрҙе үҫтереү, патриотик тәрбиә биреү һәм йәштәр менән бәйләнеш булдырыу үҙенсәлектәрен өйрәнә. Лекция, тренингтар ғәмәли саралар менән дә нығытыла. Проект әүҙем замандаштарыбыҙҙы берләштереүгә һәм уны республика үҫешенә йүнәлтеүгә ҡоролған.