Дрон-камикадзе - махсус хәрби операцияның ҡурҡыныс ҡоралы

Дрон-камикадзе - махсус хәрби операцияның ҡурҡыныс ҡоралы
  • Дрон-камикадзе  - махсус хәрби операцияның ҡурҡыныс ҡоралы

Уның төп маҡсаты - Рәсәй армияһының тере көстәрен һәм хәрби техникаһын юҡ итеү. Шуға күрә ватандаштарыбыҙҙың был ҡоралға ҡаршы эш итә белеүе бик мөһим. 428-се мотоуҡсылар полкының шәхси составы пилотһыҙ осоу аппараттарын ваҡытында асыҡлау һәм уларға ҡаршы саралар күреү алымдарын камилаштара. Күнекмәләр барышын хәбәрсебеҙ Илдар Байбулатов күҙәтте.

"Бабай" ҡушаматлы яугир FPV-дрондан ситкә тайпылып үҙ ғүмерен һаҡлап өлгөрә. Ваҡиғаның видеояҙмаһы интернет селтәрендә тиҙ таралып, күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ватандашыбыҙҙың ғәмәлдәре хәҙерге заман һуғышының айырылғыһыҙ өлөшө. Дрон технологияларының үҫеше менән бәйле, яугирҙарға тиҙ реакция күрһәтеү һәм хәүефте ваҡытында асыҡлау бигерәк тә мөһим.

Дрон-камикадзенан һаҡланыу буйынса күнекмәләр 428-се мотоуҡсылар полкында даими үткәрелә. Бында башлыса, Башҡортостандан мобилизацияланған яугирҙар хеҙмәт итә. Практик күнекмәләр ваҡытында улар төрлө шарттарҙа дошман дронынан һаҡланыу ысулдарын өйрәнә. Мөмкин булған осраҡта "ҡош" ты атып төшөрөү ҙә оло уңыш һанала.

Дрондарҙы беҙҙең яугирҙар ҙа әүҙем ҡуллана. Улар ярҙамында хәрби заданиеға сығыусыларға кәрәкле әйберҙәр ташыла. Пилотһыҙ осоу аппарттарын ҡулланыу даирәһе бының менән генә сикләнмәй. Улар разведка яһау, дошмандың позицияларын асыҡлау һәм алғы һыҙыҡтағыларға кәрәкле мәғлүмәт еткереү кеүек мөһим бурыстарҙы ла үтәй.

Дрондарҙың ҡулланылышы һуғыш алымдарын тамырынан үҙгәртте. Улар ярҙамында хәрбиҙәр хәүефһеҙ дистанцияла тороп, дошман тураһында мөһим мәғлүмәт ала, хәрәкәттәрен күҙәтә һәм уларға ҡаршы уңышлы операциялар үткәрә. Был нацицтарҙың терәк пукттарын штурмалау ваҡытында ла йыш ҡулланыла.

Дошмандың терәк пунктына һөжүм итеү — иң ҡатмарлы алыш төрҙәренең береһе. Бында һәр метр өсөн көрәш бара, тиҙлек һәм теүәллек мөһим роль уйнай. Штурмовиктар бер-береһен тойоп, команда буйынса эш итә белергә тейеш.

Ватан һаҡсыларының бурысы — терәк пунктты баҫып алыу. Дошман аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, беҙҙең хәрбиҙәр бер аҙым да артҡа сигенмәй. Бында инде һауалағы дрондар бар хәлде ваҡытында баһалай, һәм операторҙар рация аша яугирҙарға тейешле мәғлүмәт еткерә.