Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәри белем биреү буйынса республика советының ултырышын уҙғарҙы

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәри белем биреү буйынса республика советының ултырышын уҙғарҙы
  • Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәри белем биреү буйынса республика советының ултырышын уҙғарҙы

Ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусына ҡараған Геном үҙәге биләмәһендә үтте.

Совет ултырышында республика Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, урта һәм юғары уҡыу йорттары директорҙары ҡатнашты. Көн тәртибендәге төп мәсьәлә - Башҡортостан колледждарында тәрбиә эшен ойоштороу. Төбәк башлығы йәштәр менән артабан эшләүҙең бер-нисә өҫтөнлөклө йүнәлешен билдәләне. Улар иҫәбендә- колледж студенттарын йәмәғәт һәм ирекмәндәр эшмәкәрлегенә, төҙөлөш отрядтары эшенә йәлеп итеү.

Ултырышта ҡатнашыусылар йәштәрҙе әхлаҡи-патриотик тәрбиәләүҙәге уңышлы тәжрибәләр һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеүгә бәйле докладтар менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров колледж етәкселәренә ошондай проекттарҙы үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн уҡыу йорттары директорҙарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.