Республикала сығарылыш уҡыусылары өсөн яуаплы мәле етте

Республикала сығарылыш уҡыусылары өсөн яуаплы мәле етте
  • Республикала сығарылыш уҡыусылары өсөн яуаплы мәле етте

20-се июндән Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһы башланды. Абитуриенттарға белем алыу йүнәлешен һайларға кәрәк. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында иһә бихисап яңы йүнәлештәр тәҡдим итәләр.

Быйылғы уҡыу йылында республика мәктәптәрендә 11-се классты 15 мең самаһы уҡыусы тамамланы. Хәҙер уларға үҙ һөнәрҙәренең йүнәлешен билдәләү кеүек мөһим ҡарар ҡабул итергә тура киләсәк.

Ә Шишмә районынан Вадим Гарданов «Электроника һәм наноэлектроника» йүнәлешен һайларға ниәтләй. Киләсәктә инженер булырға теләйем, ти егет.

Өфө фән һәм технологиялар университеты корпустары ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләтә. Бында 1 аҙна инде ҡабул итеү комиссилары эшләй. Университетта бакалавриат, специалитет һәм магистратура буйынса йәмғеһе 5 мең 600-ҙән ашыу бюджет урыны бар. Бушлай уҡырға инергә теләүселәр 25-се июнгә, ә түләүле урындарға дәғүә итеүселәр 20-се авгусҡа тиклем үҙ документтарын тапшыра ала. Быйыл түләүле урындарҙың сикләнеүе лә күҙәтелә.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары һайлаған һөнәр һәм хәрби белем биреү үҙәген тамамлағас бер үк ваҡытта ике диплом ала ала.

Өфө универстеты быйылғы уҡыу йылына ... йүнәлеш буйынса абитуриенттарҙы ҡабул итәсәк. Уларҙың байтағы яңы асылған, мәҫәлән, башҡорт филологяһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында быйыл сит телдәрҙе өйрәнеү буйынса тағы ла 2 йүнәлеш өҫтәлгән.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла абитуриенттар байтаҡ. Динара Зәйнеғәбдинова Учалы районынан килгән, ул филология йүнәлешенә документтарын тапшырған. Ҡыҙ әсәһе һайлаған һөнәрҙе дауам итергә теләй.

Был юғары белем биреү усағында ла яңы йүнәлештәр байтаҡ. Шуларҙың береһе — «Графика.Китап сәнғәте».

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары сығарылыш уҡыусыларына техник фәндәр буйынса ла, гуманитарийҙарға ла яраҡлы төрлө уҡыу йүнәлештәре тәҡдим итә. Абитуриенттар өсөн бөтә кәрәкле мәғлүмәт юғары уҡыу йорттарының сайттарында урынлаштырылған. Ә документтар тапшырыуға килгәндә, йыл һайын төрлө мәғлүмәт ресурстары ярҙамында был процедура еңеләйтелә. Буласаҡ студенттар, өйҙән сыҡмайынса, документтарын дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшыра ала. Бынан тыш, маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡырға ингән сығарылыш уҡыусылары өсөн дә ярҙамсы платформа бар.

Урта махсус уҡыу йорттары ла абитуриенттар өсөн үҙ ишектәрен аса. Уларҙа 24 меңдән ашыу бюджет урыны билгеләнгән. Был былтырғыға ҡарағанда ике меңгә күберәк.

Бюджет формаһына ғаризалар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Тәүге исемлеге августа билдәле була. Ҡабул итеү комиссияһы ҡарарынан һуң шунда уҡ дәүләт хеҙмәте порталында абитуриенттың шәхси кабинетында уҡырға инеү тураһында мәғлүмәт баҫылып сыға.