Тәүге этапта, скульптураны тергеҙеү эштәренә әҙерлек башҡарыла. Ошоға бәйле монумент эргәһендәге майҙан ҡойма менән уратып алынды. Сентябрҙә кран ярҙамында һәйкәл постаменттан алынып, баш ҡалалағы махсус йыһазландырылған оҫтаханаға оҙатыла. Проект буйынса барлыҡ эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу бурысы тора. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектын тергеҙеү буйынса саралар планы билдәләнгән. Был яуаплы эшкә Рәсәй художестволар академияһы белгестәре лә йәлеп ителгән, консультатив ярҙам күрһәтелә. Эш барышы — Күҙәтеү советы контролендә.
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен һәм биләмәне реставрациялау башланды
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен һәм биләмәне реставрациялау башланды