Йәш ғалимдар Өфөгә йыйылды

Йәш ғалимдар Өфөгә йыйылды
  • Йәш ғалимдар Өфөгә йыйылды

Бөгөн Башҡортостан Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың ғилми берләшмәләре Съезын ҡабул итә. Унда ҡатнашыуға ике меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән ине, араларында Әрмәнстан, Ҡаҙағстан һәм Үҙбәкстан вәкилдәре бар. Ә быға тиклем йәш фән эшмәкәрҙәре өсөн Өфө буйлап экскурсия ойошторолдо. Ошо хаҡта сираттағы репортаж.

Иң мөһиме теләк кенә булһын. Ә был ҡунаҡтар Өфө менән бик ҡыҙыҡһынып таныша. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенә ингән илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән, Ҡытайҙан меңдән ашыу аспирант, студент Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың ғилми берләшмәләре Съезында ҡатнашыу өсөн Өфөгә килде.

Йәш ғалимдарҙың сьезы йыл һайын уҙғарыла, Быйыл Өфө – фәнни баш ҡала статусын алды. Программа бик бай. Сара барышында төрлө майҙансыҡтар эшләй, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар, төрлө квестар үткәрелә. Ә иң беренсе йәш фән эшмәкәрҙәрен Өфөнөң юғары уҡыу йорттары менән таныштырҙылар. Барыһы “фән һуҡмағынан” башланды.

2022 йылдан алып Рәсәйҙә фәнни-популяр йүнәлеш буйынса 80-дән ашыу маршрут булдырылған, шуларҙың 9-ҙы Башҡортостанда эшләп килә. Улар кесеһенән олоһона тиклем фәндең юғары ҡаҙаныштары, тәбиғи һәм мәҙәни мираҫ хаҡында бәйән итә. Тула ҡалаһынан Инесса Грачева – техник фәндәр кандидаты, шуға ла ул тиҙ үҙенә оҡшаған маршрутты билдәләне.

Йәш ғалимдар һәм студенттар ВУЗ-ара кампусының лабораторияларын ҡараны, суперкомпьютер эше, нисек Өфөлә уйын платформалары һәм программалар булдырылыуы, роботтарҙы һәм башҡа техниканы йыйыу эше менән танышты. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Василий Харитонов ярыш машиналарын ҡороу менән булыша.

Форум “Йолалар төпкөлөнән – технологиялар бейеклегенә” тигән исем аҫтында ойошторола. Сараның төп маҡсаты – илебеҙ һәм йәмғиәтебеҙ үҫешенең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү. Съезд өс тематик өлөштән тора.

Съезды Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм белем биреү өлкәһендә йәштәр эштәре буйынса координация советы ойоштора. Республика илдең ғилми-технологик үҫеш рейтингында алдынғы төбәктәр исемлегендә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән йәш ғалимдар өсөн матди-техник яҡтан барлыҡ уңайлыҡтар булдырыла, төрлө премиялар бирелә, фәнни тикшеренеүҙәр өсөн аҡсалата ярҙам бүленә. Һуңғы өс йылда ғына фән өсөн бюджеттан 850 миллион һум йүнәлтелгән. Йәш ғалимдарҙың фәнни сьезы 4 июлгә тиклем бара.