Сит илдә йәшәп ҡайтҡан яҡташыбыҙ кәзә фермаһы асҡан

Сит илдә йәшәп ҡайтҡан яҡташыбыҙ кәзә фермаһы асҡан
  • Сит илдә йәшәп ҡайтҡан яҡташыбыҙ кәзә фермаһы асҡан

Тыуған яҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк. Сит илдәрҙә йәшәп кире Башҡортостанға ҡайтҡан эшҡуар шундай фекерҙә. Эдуард Ниғмәтуллин Мәләүез районына төпләнеп кәзә фермаһы асҡан. Бында уның һөтөнән уникаль продукция етештереүҙе яйға һала йүнсел. Уның уңыш серҙәрен хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина белеп ҡайтты.

Карина үҙенең исемен ишетеү менән шунда уҡ тыныслана. Кәзә бик аҡыллы мал, һауынсының үҙенә мөнәсәббәтен бик яҡшы аңлайҙар ти Таңһылыу Сәмиғуллина. Һауын алдынан малдарҙы мотлаҡ рәүештә әҙерләргә кәрәк.

Нурия Ғилмуллина бындағы кәзәләр көнөнә 3-4 литрға яҡын һөт бирә һәм һауған ваҡытта мотлаҡ рәүештә кәзәләрҙең имсәгенә массаж да эшләргә кәрәк...

Яңы ғына һауылған һөт тура сыр ҡайнатыу цехына алып барыла һәм бында эштең иң ҡыҙыу өлөшө башлана. Һөт оҫтаханаһында 6 төрлө сыр эшләнә. Улар кеше оргнизмы өсөн мөһим булған микроэлементтарға бай. Был һөт продукцияһын етештереүҙең үҙ тәртибе бар. Апрель айынан алып ноябргә тиклем бында эш гөрләй һәм көнөнә 6 килограмға яҡын сыр эшләнә.

Әҙер продукция баҙҙа һаҡлана. Бында продукция сифтаын юғалтмаһын өсөн махсус шарттар булдырыла – дымлылыҡ 80%, ә температура 12 градустан да артмаҫҡа тейеш.

Эдуард Ниғмәтуллин донъя буйлап сәйәхәт итә, 10 йыл Шри-Ланкала йәшәй. Тап унда сыр эшләү хыялы барлыҡҡа килә лә инде. Башҡортостанға ҡайтҡас кәзә малдарын һатып алып үҙ эшен асып ебәрә. Хәҙер инде 10 йылдан ашыу кәзәләр аҫрау менән шөғөлләнә. Ферма урынлашҡан биләмәлә 1000 төрлө үлән үҫә, хозур тәбиғәт ҡосағында туҡланған кәзәләрҙең һөтө сифаты бик юғары ти хужа. Тәүҙә малдарҙы сит илдән алып ҡайталар. Ваҡыт үтеү менән беҙҙең климатҡа яраҡлашытырылған кәзә тоҡомо булдыралар. Һан артынан ҡыумайбыҙ, иң мөһиме – сифат, ти эшҡуар.

Фермер агротуризм йүнәлешен дә бер юлы алып бара. Күптән түгел фермаға Махсус хәрби операция яугирҙарының яҡындарынан торған бер төркөм туристар килгән. Уларға малдарҙы күрһәтеп, эшебеҙ тураһында һөйләп уларҙың күңелдәрен астыҡ, ти Эдуард.

Туристар бында көн дә тиерлек килеп тора. Көнөнә 200 кешегә еткәне лә бар, ти Эдуард. Хатта сит илдәрҙән дә вәкилдәр булған. Ижади төркөм эшләгән көндө лә туристар килеүенән туҡтаманы. Азамат һәм Зулина Душанбаевтар 4 балаһы менән алыҫ араларҙы яҡын итеп Ейәнсура районынан килеп еткән. Буш ваҡыт булғанда Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ, ә бында беҙ тәүге тапҡыр, тип бүлеште йәш ғаилә.

Күптәр әлеге ваҡытта ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы юҡ тип иҫәпләй. Эдуард Ниғмәтуллин башҡа фекерҙә. Республика етәкселеге эшҡуарҙарға грант һәм башҡа ярҙам саралары менән тәьмин итә. Беҙгә эшбеҙҙе бары тик юғары кимәлдә алып барырға ғына кәрәк, ти йүнсел.

Киләсәктә кесе туған яғында үҙ эшәтрен башлап дан ҡаҙаныр, Эдуард Ниғмәтуллин кеүек эшҡыурҙар быға сағыу дәлил.