Башҡортостан ғалимдар өсөн иң яҡшы төбәк тип танылды

Башҡортостан ғалимдар өсөн иң яҡшы төбәк тип танылды
  • Башҡортостан ғалимдар өсөн иң яҡшы төбәк тип танылды

Был турала бөгөн Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың ғилми берләшмәләре Съезында хәбәр ителде.

Сараның төп маҡсаты - йәш ғалимдарҙы йәмғиәтте һәм илебеҙҙе үҫтереүгә йәлеп итеү. Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелә. Ул Фән һәм технологиялар ун йыллығы саралары планына индерелгән. Ғилми конгресс кеүек саралар республикала һәм илдә фәндең престижын арттырыу сараһы булып тора, тип белдерҙе Радий Хәбиров.