"Башҡортостан" полкының Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отряды еңеүҙе яу яланында ғына сүкемәй. Ватан һаҡсылары 3 D-принтерҙа дрондан снарядтар һәм гранаталар ырғытыу ҡулайламалары баҫтыра, шартлатҡыс материалдар етештерә.
Яуҙа ҡорал ғына түгел, яңы технологиялар ҙа мөһим. Был йәһәттән Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отрядының эшмәкәрлеге асыҡ миҫал булып тора. Уларҙың тәжрибәһе алғы һыҙыҡта инновацияларҙың ни тиклем әһәмиәтле булыуын күрһәтә.
"Химик" ҡушаматлы яугир мәктәптә уҡығанда махсус программа ярҙамында өс үлсәмле объекттар төҙөү менән шөғөлләнә. Парта артында алған белемде бөгөн ул үҙенең иң ҡеүәтле ҡоралы тип иҫәпләй. Уның ярҙамында яугир тыуған илен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. 3 D-принтерҙы ҡулланып, дрондан снарядтар һәм гранаталар ырғытыу ҡулайламалары баҫтыра.
Шартлатҡыс матдәләр етештереү — тағы ла бер мөһим йүнәлеш. Әлбиттә, бының өсөн махсус белем һәм ҡорамалдар кәрәк, әммә 3D-принтерҙар ярҙамында урындағы компоненттарҙан хәрби припастар әҙерләү яугирҙарҙың мөмкинлектәрен киңәйтә.
Блиндаждағы лаборатория — заманса технологиялар менән хәрби зиһенде бер итеүсе оҫтахана. Бында етештерелгән хәрби припастар алғы һыҙыҡта ҙур һөҙөмтә бирә. Дрондарҙан ташланған гранаталар дошмандың нығытмаларын юҡ итә, ә көслө шартлатҡыс матдәләр танктарҙы сафтан сығара. Шулай итеп, 3D-принтерҙар фронтта мөһим роль уйнай һәм армияның технологик яҡтан үҫешенә булышлыҡ итә.