Проект Ватанды һәм граждандарҙың тыныс тормошон яҡлаусы яугирҙәргә рәхмәт йөҙөнән тормошҡа ашырыла. Осрашыуға Донъя опера сәхнәһе йондоҙо Асҡар Абдразаҡов, Генадий Родионов, Хөрмәтулла Үтәшев, Нәзифә Ҡадирова һәм башҡа билдәле артистар килә. Осрашыуҙа ҙур хәйриә проектына йомғаҡ яһалды һәм ҡатнашыусыларға наградалар тапшырыу тантанаһы үтте. Хәйриә концертынан йыйылған аҡсалар махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға йүнәлтелә тип белдерҙе Константин Толкачев.
Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев "Берҙәмлектә - көс" хәйриә концертында сығыш яһаусы артистар менән осрашты
Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев "Берҙәмлектә - көс" хәйриә концертында сығыш яһаусы артистар менән осрашты