Алтын маскалар телеүҙәк студияһында булды

Алтын маскалар телеүҙәк студияһында булды
  • Алтын маскалар телеүҙәк студияһында булды

“Хәйерле иртә, Республика!” тапшырыуында Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артистары – сәнғәт өлкәһендәге иң юғары награда алыусылар үҙ кисерештәре менән уртаҡлашты. Бер юлы алты награда алыу театр өсөн генә түгел, бөтә Республика өсөн рекорд. Башҡорт мәҙәниәтенең ысын триумфы менән театр етәкселеге һәм артистар беҙҙең менән дә бүлеште. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетында.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Любовь Буторина “Ай тотолған төндә” операһындағы Тәңкәбикә ролен башҡарғаны өсөн “Алтын битлек” театр премияһының операла "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» наминацияһында еңеүсе тип таныла. Танкабикә роле– минең өсөн ысын бүләк, һәм ул шундай ҡәҙерле- тип уртаҡлаша артистка.

Рольгә тап уны раҫлау, спектакльдең дирежеры Валерий Платоновтың ҡарары. Әйткәндәй, ул «Иң Яҡшы дирижер эше " номинацияһында еңә.

Театр бер юлы алты «Алтын битлек» премияһын алып ҡайтты. Былар барыһы ла, “Ай тотолған төндә”һәм “Рахманинов. Ғүмер буйына Симфония” постановкалары өсөн. «Ай тотолған төндә» әҫәренә Салауат Низаметдинов яҙған опера өсөн шулай уҡ Василий Ефимов «иң Яҡшы ир-егет роле» наминацияһында еңә, Екатерина Малининаны бер юлы ике номинацияла билдәләйҙәр. "Иң яҡшы ҡуйыусы рәссам эше» һәм “костюмдар буйынса рәссамдың иң яҡшы эше. Музыкаль театр”. “Балетта Иң яҡшы ир-егет роле” өсөн Сергей Бикбулатовты “Рахманинов Ғүмер буйына Симфония” спектаклендә төп роле өсөн билдәләйҙәр. Постановкала композиторҙың ғүмер юлы тулыһынса бейеү менән күрһәтелә.

Хәйерле иртә, Өфө тапшырыуы студияһына килеп ҡунаҡтар тәьҫораттары менән бүлеште һәм Алтын битлетәрен күрһәтте.

"Бөтәһе, 2025 йылда ете » Алтын битлек". Премияға бөтәһе өс театрыбыҙ 17 номинацияла тәҡдим ителде – опера Һәм балет театрынан тыш, ҡурсаҡ Театры һәм Стәрлетамаҡ рус драма театры-тарихта тәүге тапҡыр ҡатнашты. Быны мәҙәниәтебеҙҙең ысын триумфы, коллективтарыбыҙҙың юғары оҫталығын таныу .

Был миҙгелдә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеү ҙур яуаплылыҡ ти артистар, киләсәктә лә спектакльдәр кимәлен үҫтерергә, яңы тамашасыны йәлеп итеү идеяһы.

Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры өлгәшкәндәр менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Яңы миҙгелдә сәхнәгә тамашасы яратып өлгөргән бер нисә спектакль ҡайтарыла һәм әлбиттә яңы премьералар менән тамашасы күңелен һәм яүы үрҙәр яулау маҡсаты менән йәшәй. Шулай уҡ Алтын битлек премияһын алған спектакльдәрҙе лә күреү мөмкинлеге буласаҡ