Улар өсөн 21 июлдән уҡытыу курстары башлана. Республика йортонда «Башҡортостан геройҙары» программаһының йәмәғәт советы ултырышында һайлап алыу этаптарына йомғаҡ яһалды. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, кадрҙар проектына Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән 2 мең ғариза килгән. Ҡатмарлы һайлап алыу йомғаҡтары буйынса финалға 70 кеше сыҡҡан. Улар оҙайлы белем алыу программаһы үтеп, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк — тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Радий Хәбиров һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеүселәрҙең мәғариф процесына оло теләк менән һәм аңлы рәүештә ҡушылыуына, уҡыуҙар һәм стажировкалар барышында юғары әүҙемлек күрһәтеүенә ышанысын белдерҙе.
«Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһында финалға үтеүселәр билдәле булды
«Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһында финалға үтеүселәр билдәле булды