Мариуполь бөгөн ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Аҙау диңгеҙе ярындағы ҡала 2022 йылдың февралендә тамуҡҡа әйләнә. Ул ваҡытта Украин артиллерияһы урамдарҙы аяуһыҙ утҡа тота, йорттар емерелә, меңәрләгән кеше подвалдарға йәшеренә. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ғына бында яңы тормош башлана. Илдең төрлө субъекттары, шул иҫәптән Башҡортостан төҙөүселәре Мариуполде тергеҙергә тотона.
Ҡараңғы подвалдағы йоҡоһоҙ төндәр Мариуполдә йәшәүселәрҙең бөгөн дә күҙ алдында. Урамдағы һәр ағас, емерек йорттар һәм ҡеүәтле заводтар ҡанлы ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты булып ҡалған. 2022 йылдың февралендә нацистар тыныс халыҡты ҡалҡан итеп ҡуллана. Ҡала өҫтөнән осҡан ракеталарҙың, артиллерия утының тауышы сәғәт һайын ишетелеп тора. Кешеләр подвалдарға, ер аҫты юлдарына йәшенә. Усаҡ яғып ашарға бешерергә, ҡар һыуын эсергә, бер-береһенә терәк булып, иҫән ҡалырға тырыша.
Ҡурҡыу, өмөтһөҙлөк һәм асыу тойғолары бергә ҡайнашҡан мәлдә кешеләрҙең күҙҙәрендә өмөт сатҡылары ҡабына. Мариуполдең Рәсәй составына кире ҡайтыуынан һуң ҡаланы тергеҙеү буйынса күләмле эштәр башлана. Емерелгән йорттар урынына заманса биналар ҡалҡа, юлдар яңыртыла, парктар һәм скверҙар төҙөлә.
Әлбиттә, емерелгән ҡаланы тергеҙеү — еңел түгел. Бында финанс ярҙамынан тыш, ҡул көсө лә кәрәк. Был йәһәттән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ирекмәндәр көн һайын төҙөлөш майҙандарында эшләй. Мәҫәлән, Котовский урамындағы был йортҡа Башҡортостан вәкилдәре капиталь ремонт үткәрә. Яҡташтарыбыҙ шулай уҡ эргәләге тағы ла бер өйҙө тергеҙеүҙә ҡатнаша.
Урындағы халыҡ ҡара төндәрҙән һуң яҡты көндәр килеренә бер ваҡытта ла өмөтөн өҙмәй. Һәм улар яҡты киләсәген Рәсәй менән генә күрә. Тап шуның өсөн дә бөгөн урамдарҙа тормош ҡайнай, балаларҙың шат тауыштары яңғырай. Көл-күмерҙән тергеҙелгән Мариуполь гүзәл һәм сәскә атҡан ҡалаға әйләнә бара.