Башҡортостанда быйыл 740 километр төбәк һәм муниципаль-ара юлдар тәртипкә килтерелергә тейеш

Башҡортостанда быйыл 740 километр төбәк һәм муниципаль-ара юлдар тәртипкә килтерелергә тейеш
  • Башҡортостанда быйыл 740 километр төбәк һәм муниципаль-ара юлдар тәртипкә килтерелергә тейеш

Республика Хөкүмәте ошондай бурыстар ҡуя. Көҙгө һыуыҡтарға тиклем транспорт инфраструктураһын модернизациялау программаһы буйынса 280 юл участкаһы һәм 12 күпер ремонтлана. Өфөлә үҙәк урамдар һәм тротуарҙар беренсе сиратта тәртипкә килтерелә. Беҙҙең ижади төркөм ҡала урамдары буйлап йөрөп сыҡты һәм водителдәр менән аралашты.

Ошондай дәртле бейеүе менән билдәле блогер Тайфун Ҡоролтаевич, күптәр уны Кәкре сүкеш тип белә, бар халыҡ иғтибарын ҡаланың төп проблемаларының береһенә йүнәлтте. Юлдар, соҡорҙар һәм ремонт.

Шаярыу шаярыу менән. Әммә ошо бейеүҙән һуң Мәжит Ғафури урамындағы был соҡорҙо юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ҡаплап та ҡуйҙы. Был берҙән-бер осраҡ түгел. Төбөнә баҫып бейер соҡорҙар ҡалабыҙҙа бихисап.

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ямғыр тымып торған арала юлдарҙы тәртипкә килтерергә тырыша. Әммә был эш урындағы халыҡты бер ҙә ҡыуандырмай. Лилиә Мәғдәнур ҡыҙы әйтеүенсә, ямалған соҡорҙар бер йәйгә лә сыҙамаясаҡ. Өфөнөң Ҡариҙел урамы юлы бер ҡасан да сифатлы ремонт күргәне юҡ, ти ҡатын.

Ҡоҙоҡ был юлы ла асыҡ ине. Беҙ аралашҡан арала уға тәгәрмәстәре менән төшөп китеүселәр ҙә булды.

Ҡариҙел урамының был өлөшө тотошлай ҡурҡыныс хәлдә ине. Гурьев баҙарына илткән юл да ошондай уҡ торошта. Ике һыҙатта ла тигеҙ урын ҡалмаған. Асфальт түшәменең етешһеҙлектәрен юҡ итеү эштәре иртә яҙҙан уҡ башланғайны. Әммә дөйөм юлдар торошона зарланыусылар әле һаман етерлек.

Водителдәрҙе трамвай юлдарының торошо ла борсой. Рельстарҙың ҡалҡып тороуы һәм улар тирәләй барлыҡҡа килгән соҡорҙар юҡ хәрәкәтенә ҡамасаулай, ти автомобиль йөрөтөүселәр.

Өфөлә хәрәкәт өсөн хәүефле юлдар етерлек. Социаль селтәрҙәрҙә Пархоменко урамы, Йәшел Сауҡалыҡ, Дим, Сипайлово биҫтәләре юлдарын яманлаусылар күп. Водителдәр соҡорҙарҙы туҡтап, йә ҡаршы һыҙатҡа сығып урап үтергә тырыша, Һөҙөмтәлә көн һайын тиерлек үҙҙәренең һәм пассажирҙарының ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя, авариялар һаны арта.

Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттары йыл һайын ремонтланыуға ҡарамаҫтан, юл хеҙмәттәренең даими иғтибарына мохтаж. Сөнки машиналар ағымы ла бында байтаҡҡа күберәк. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге көнгә Өфөнөң 23 юл биләмәһендә ремонт эштәре бара.

Йорттар араһындағы юлдар тағы ла киҫкенерәк хәлдә. Мәҫәлән, Заһир Исмәғилев урамына ҡараған ошо юл өлөшө яу яланын хәтерләтә. Ул йылдар дауамында ремонт күргәне юҡ. Урындағы халыҡ ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән, әммә мәсьәлә хәл ителмәй ти. Бәлки уларға ла Тайфун Ҡоролтаевич кеүек ошо соҡорҙарға баҫып бейеп алырға кәрәктер, бәлки шул саҡта был юлға ла иғтибар барып етер.