Йәш ғалимдар фәнде алға этәреүселәр

Йәш ғалимдар фәнде алға этәреүселәр
  • Йәш ғалимдар фәнде алға этәреүселәр

Башҡортостан Йәш ғалимадар һәм студент фәнни йәмғиәттәре советының 13-сө бөтә Рәсәй съездын ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республикала эшләргә теләгән тикшеренеүселәргә шәхсән үҙе ярҙам итәсәк. Өфөлә улар тәжрибә уртаҡлаша, сессияларҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.

Ғалим ҡыҙҙың ҡулдарында хатта тимер ҙә бөгөлә. Милена ПоленОк, материалдарҙы өйрәнеү кафедраһы ассистенты, цинк иретмәләрен тикшереү менән шөғөлләнә. Уның эше медицинала ҙур асышҡа нигеҙ була ала, ул имплантаттар өсөн материалдар эшләй, ябайҙарынан айырмалы, ул ваҡыт үтеү менән кеше организмында тарҡалып бөтә. 25 йәшлек ғалим быйыл май айында Рәсәй президенты стипендияһына лайыҡ булған. Милена конгрессҡа ҙур теләк менән килдем, ти.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡатнашыусылар сараға юғары баһа бирә. Мәҫәлән, Евгения ЛетИнская үҙ командаһы менән Мәскәү ҡалаһынан килгән. Конгресс ҙур күргәҙәмәнән башлап пленар ултырыштарға тиклем бик яҡшы ойошторолған, йәш ғалимдар өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ти ҡыҙ.

Рәсәйҙә уңышлы эшләп килгән төрлө завод һәм предприятиелар үҙҙәренең 30-ҙан ашыу ғилми ҡорамалын алып килгән.

Конгресс-холл биләмәһендә ойошторолған бай күргәҙмәне Радий Хәбиров та урап үтмәне. Ул Денис Секиринский менән «Фән – йөҙҙәрҙә» экспозицияһын ҡараны, бында илдең 14 төбәгенән алдынғы профилле ойошма хеҙмәткәрҙәренең портреттары ҡуйылған.

Өфөләге Евразия ғилми белем биреү үҙәгенең стендында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары үҙ асыштары менән сыҡҡан.

Бында ошондай үҙенсәлекле VR-күҙлектәр ярҙамында виртуаль музей буйлап сәйәхәткә юлланырға мөмкин. Уны ғалимдар махсус программа ярҙамында эшләгән. Әйткәндәй, музейҙағы экспонаттарҙы башҡорт археологтары үҙҙәре тапҡан.

Башҡортостан төп федераль башланғыстарҙа әүҙем ҡатнаша, Өфөлә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү быға сағыу дәлил. Уны 2027 йыл аҙағында асырға йыйыналар. Үткән йылда Башҡортостан йәш ғалимдарға ярҙам сараларын күрһәтеү буйынса беренсе урын яуланы.

«Йолалар төпкөлөнән технологияларҙың юғары нөктәһенә тиклем» тип исемләнгән пленар ултырышты асыр алдынан төбәк етәксеһе конгресста ҡатнашыусыларға үҙенсәлекле тәҡдим яһаны.

Был саҡырыуға Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Денис Секиринский сағыу дәлил яңғыратты.

Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап биргәндә йәш ғалимдар һәм тотош Башҡортостан өсөн күләмле саралар үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.

Йәш ғалимадар һәм студент фәнни йәмғиәттәре советының 13-сө бөтә Рәсәй съезды илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ике меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Башҡортостан үҙ сиратында фән өлкәһендәге тәжрибәләр менән уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде.