Ҡәләм оҫталары йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Хәҙер “Башҡортостандың атҡаҙанған яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исем булдырылыуы бар. Ошо турала бөгөн, ойошма ағзаларының киңәйтелгән ултырышында айырым әйтелде.
Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған ултырышта республикала нәфис әҙәбиәт өлкәһенә артабан да булышлыҡ күрһәтеләсәге билдәләнде. Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, яҙыусы һүҙе һәр саҡта ла айырым әһәмиәткә һәм ҙур көскә эйә.
Башҡортостан яҙыусылары берлегенең киңәйтелгән ултырышында союздың яңы рәйесе исеме аталды. Вазифаға Айгиз Баймөхәмәтов ҡайтанан тәғәйенләнде. Хәҙер Башҡортостан яҙыусылар берлегенең яңыртылған уставы ла бар. Документтың төп маҡсаты – республиканың ҡәләм оҫталарын берләштергән төп һәм берҙән-бер ойошма тап Яҙыусылар союзы буласаҡ.
Тиҙҙән республика башлығы Радий Хәбиров һәм субьекттың яҙыусылар берлеге идараһы ағзалары менән осрашыу көтөлә.