Табылған әйберҙәр бында йәшәгән халыҡты көнкүрешен асыҡларға ярҙам итә. Улар киләсәктә Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһының бер өлөшө буласаҡ. Подымалово-1 ауылы янында барған ҡаҙыныу эштәре 2017 йылда башланғайны. Археологтар был биләмә Алтын Урҙа дәүерендә ҙур сауҙа һәм етештереү үҙәге булыуын раҫлай. Яңы экспонаттар һәм ҡыҙыҡлы асыштар менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова тәүгеләрҙән барып танышты.
Ҡатлам асылған һайын яңы экспонаттар: төрлө мәҙәниәткә ҡараған һауыт-һаба ярсыҡтары, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы көнкүреш әйберҙәре. Подымалово-1 ауылы уникаль археологик объект. Тикшеренеүселәр бында 14 быуатта бөйөк “ебәк юлы” үтеүен раҫлай. Үҫемлекселектән тыш, бында йәшәгән кешеләр малсылыҡ һәм тегеү эштәре менән шөғөлләнгән. Ҡаҙыныусылар Һамар өлкәһе һәм Татарстан белгестәре менән берлектә бында кешеләрҙең һунарсы ҡоштарҙы ҡулға эйәләштергәнен дә дәлилләй.
Быйыл яҙ археологик ҡаҙыныу эштәре ваҡытында күпләп һунар ҡоштарының һөйәктәре табыла. Һөҙөмтәлә, 14 быуатта был ҡаласыҡта йәшәүселәр ҡоштар үрсеткән, йәки сауҙагәрҙәргә һунар ҡоштарын һатҡан тигән фараздар бар. Алтын урҙаға яһаҡты һунар ҡоштары менән түләүҙәре лә билгеле. Бөгөнгө көндә башҡорттар араһында онотолған был кәсеп ул осорҙа бик киң таралғанына ишара. Рәсәй империяһы дәүерендә лә башҡорттарҙа һунар ҡоштарын үрсетеү ҡәҙерле һаналған.
Яҡынса, 1320-1380-се йылдарға тиклем был урын һөнәрселек төйәге булған. Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, был соҡорҙа металл иретеү йәки һөйәк эшкәртеү өсөн мейес булыуы ихтимал.
Мосолман булыуҙарына ҡарамаҫтан боронғо халыҡ үҙҙәренең йолаларын да онотмаған. Мәҫәлән, өй йәки мейес нигеҙенә ат башын һалыу, йортҡа уңыш килтереүенә ышанған улар.
Табылдыҡтар араһындағы һөйәк һәм тимер энәләр, бындағы халыҡтар туҡыу, тегеү, аяҡ кейеме етештереү менән шөғөлләнгәндәрен раҫлай. Был урында ҡаҙыныу эштәре 2017-се йылдан алып дауам итә, быйыл иһә 100 квадрат метр ер тикшерелә.
Подымаловалалағы ҡаҙыныу эштәре, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу проектының бер өлөшө булып тора. Быйыл экспедиция составы артҡан. Археологтарға Педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары ҡушылған. Эш йыл әйләнәһенә бара, йәйгеһен улар палаткалы лагерь ҡора. Тәжрибәле остаздар етәкселегендә студенттар ике аҙна практика үтә. Быйылғы табыштар үткән йылдағыларҙан айырыла ти архиологтар.
Бер аҙна эсендә генә экспедицияла ҡатнашыусылар 600 яңы әйбер тапҡан. Йыл һайын ул 3 меңгә яҡын экспонат менән тулылана. Белгестәр мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереп, бынан 700 йыл элек булған ауыл тормошоноң көнкүрешен тергеҙҙе. Артефакттарҙы өйрәнеү һәм системалаштырыу буйынса эш дауам итәсәк. Иң һирәк табылдыҡтар буласаҡ фәнни, мәҙәни, мәғариф үҙәге фондын тулыландыра.