Магазиндарҙа, урамдарҙағы һатыу нөктәләрендә быйылғы мул емеш-еләк араһында ҡарбуз – ҡауын да күпләп һатыла башланы. Татлы емеште әленән үк тәмләп ҡарарғамы, әллә август айын көтөргәме?
Венера Хәфизова һәр еләк-емеш, йәшелсәне ентекләп тикшереп ала. Уларҙың тышҡы торошона ғына түгел, ә еҫенә лә иғтибар итергә кәрәк ти ханым.
Ҡарбуз, ҡауындарҙы йәй башынан уҡ баҙар, магазин кәштәләрендә, юл буйҙарындағы сауҙа нөктәләрендә осратырға мөмкин. Кемдер был баҡса культураларын йыл әйләнәһенә ашарға мөмкин тип иҫәпләһә, бәғзе берәүҙәр август башланғанын көтә. Иң мөһиме – һәр һатылған емеш-еләк төрөнә декларация булырға тейеш, ти белгестәр.
Емеш-еләк һайлағанда, өлгөргән, сифатлы емештең ҡоро, серек түгеллегенә, бер төҫтә, зарарланмаған тышлы һәм хуш еҫле булыуына иғтибар итергә кәрәк.
һатыусының өҫ-кейеменең таҙа булыуын да иҫәпкә алырға онотмағыҙ. Шулай уҡ ҡауын-ҡарбуздарҙы өлөшләп һатып алып ашауҙан да баш тартырға кәрәк, тигән фекерҙә белгестәр.
Емеш-еләкте законһыҙ сауҙа итеү урындарында, трасса буйҙарында, юлдағы баҙарҙарҙа һатып алырға ярамай. Бындай продукция һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал, йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына ла булышлыҡ итә, тигән фекерҙә белгестәр.
Өлгөрөп етер етмәҫтән һатыу нөктәләрендә ҡарбуз-ҡауындарҙы эҙләй башлайбыҙ. Күп осраҡта уның сәләмәтлек өсөн файҙаһынан зыяны, хатта хәүефе күберәк икәнен дә онотабыҙ. Бигерәк тә балалар һәм өлкән йәштәгеләр ҡарбуздан йыш ағыулана. Тимәк, баҡса культураларын һайлағанда иғтибарлы һәм талапсан булырға кәрәк.
Шулай уҡ ҡулдарҙы һабынлап йыуырға ла онтмағыҙ. Белгестәр баҡса культураларын юл буйҙарынан, законһыҙ сауҙа нөктәләренән һатып алмаҫҡа кәңәш итә. Ҙур сауҙа үҙәктәрендә емештәрҙең лицензияһы һәм сертификаты бар. Тимәк, уларҙы шикләнмәй ашарға мөмкин.