Екатеринбургта үткән «ИННОПРОМ» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Радий Хәбиров Башҡортостан стенды менән танышты. Төбәк Башлығы Республика делегацияһын етәкләй.
“Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан өсөн 600 квадрат метр майҙан бүленгән. Экспозицияла республика сәнәғәте, етештереү ҡеүәте менән яҡындан танышырға мөмкинлек бар. Радий Хәбиров поршендә эшләүсе авиация двигателе менән ҡыҙыҡһынды. Өфөләге моторҙар эшләү берекмәһенең яңы продукцияһы граждандар һәм бәләкәй авиацияла ҡулланыла. Зубово технопаркы тапшырылғандан һуң, Башҡортостанда йылына ошондай мең двигатель етештереләсәк. Республика стендында Башҡортостан Рәсәй субьекттары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуя. Документтарҙың береһе Салауатта полимерҙар сығарыуға бәйле. Радий Хәбиров билдәләүенсә, “Иннопромда” Башҡортостандың эшлекле даирәләре төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Партнерҙар менән артабанғы бурыстарҙы билдәләү төп маҡсаттар иҫәбенән. Республика етәксеһе Салауатта, полимерҙар етештереү буйынса проект хаҡын да атаны. Ул 20 миллиард һумға баһалана. Ә кесе ҡеүәтле поршенле двигаталдәр етештереүҙә Ҡытайҙағы партнерҙар өлөшө буласаҡ.
Екатеринбургта Иннопром сиктәрендә Башҡортостан менән Киров өлкәһе үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килеште. Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни өлкәләрҙә мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү тураһындағы документҡа ике төбәк етәкселәре ҡул ҡуйҙы. Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов Башҡортостан менән металл эшкәртеүсе станоктар етештереү, урман хужалығы буйынса һәм балалар уйынсыҡтары индустрияһы йүнәлешендә хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе. Радий Хәбиров ике төбәк араһында хемәттәшлек сиктәрендәберенсе сиратта бизнес-миссиялар менән алмашыу буласаҡ.