Башҡортостандан Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой барып етте

Башҡортостандан Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой барып етте
  • Башҡортостандан Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой барып етте

Иҫәп буйынса был 153-сө ылау. Республика башлығы ҡушыуы буйынса тупланған ярҙам Башҡортостандан мобилизацияланған һәм үҙ ирке менән контракт төҙөгән яугирҙәргә тәғәйенләнгән. Гуманитар йөк Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына, шулай уҡ Курск һәм Белгород өлкәләренә барып етте. Уны туплауҙа, хөкүмәт, төбәк парламенты, муниципалитеттар менән бергә эшҡыуарҙар һәм ирекмәндәр әүҙем ҡатнашты. Ылауҙы Өфөнән тантаналы шарттарҙа оҙаттылар.