Башҡортостан кесе авиация өсөн двигателдәр етештереүгә Рәсәй хөкүмәтенән ярҙам аласаҡ

Башҡортостан кесе авиация өсөн двигателдәр етештереүгә Рәсәй хөкүмәтенән ярҙам аласаҡ
  • Башҡортостан кесе авиация өсөн двигателдәр етештереүгә Рәсәй хөкүмәтенән ярҙам аласаҡ

Михаил Мишустин «Иннопром-2025» форумында Башҡортостан проектына хуплау белдерҙе. Форумдың икенсе көнөндә генә республика 5 миллиард ярым һумлыҡ инвестиция килешеүҙәре төҙөнө. Тулыраҡ киләһе репортажда.

Екатеринбургта үткән Иннопром халыҡ-ара күргәҙмәһендә быйыл Башҡортостан стенды иң күләмлеләрҙең береһе – 600 квадрат метр майҙанда төбәктең сәнәғәте, етештереү ҡеүәте һәм инвестицион мөмкинлектәре. Донъяның 50-нән ашыу дәүләтенән меңдән ашыу кампания ҡатнашҡан был сара тәжрибә уртаҡашыу менән бергә республика сәнәғәтен донъяға танытыу инструменты ла.

Башҡортостандың сәнәғәт тармағындағы әүҙемлеге федераль кимәлдә лә билдәле. Быйыл Радий Хәбиров республика стенды менән таныштырып Хөкүмәт рәйесенә беренсе вице-премьер Денис Мантуровҡа һәм Сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алихановҡа М105 двигателе менән таныштырҙы. Ҡытай партнерҙары менән берлектә уны Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе майҙансығында етештерәсәктәр.

Рәсәй хөкүмәте ағзалары шулай уҡ республика етештергән пилотһыҙ техниканы, дрон өсөн электр двигателдәрен һәм квадроциклдарҙы юғары баһаланы. Михаил Мишустин илдә беренсе суперабсорбциялы полимерҙар етештереү заводы проекты менән танышты, Радий Хәбиров уға телекүпер режимында старт бирҙе. Хөкүмәт рәйесе һүҙҙәренсә, Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең нефть химияһы, машиналар эшләү тармағы һәм фәнни мәктәбе менән дан тота.

Республика делегацияһы Иннопромда тиҫтәләгән эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғара. Тәүгеләренән Башҡортостан менән Киров өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһындағы килеште. Документ сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Радий Хәбиров Киров өлкәһе делегацияһын төбәктең мөмкинлектәре менән танышыу һәм берлектәге проекттаға нигеҙ һалыу өсөн эш сәфәре менән республикаға саҡырҙы. Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов үҙ сиратында Башҡортостан менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ҙур ышаныс бағлауын белдерҙе.

Белорусия делегаттары менән Башҡортостан йәмәғәт транспорты һатып алыу тураһында күләмле килешеү төҙөнө. Республикаға ҙур класслы ҡала-ара маршрут автобустары ҡайтарыласаҡ. Тәүге партия көҙгә булыр тип көтөлә.