Башҡортостан яугирҙәре дошманды тар-мар итә

Башҡортостан яугирҙәре дошманды тар-мар итә
  • Башҡортостан яугирҙәре дошманды тар-мар итә

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны Украина хәрби көстәренең терәк нығытмаһына ҡыйратҡыс һөжүм яһаны. Атака ваҡытында дүрт тиҫтәгә яҡын неонацист тар-мар ителде. Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт танкистары тураһында хәбәрсебеҙ Илдар Байбулатов репортажы.

Яу яланында ҡолаҡты ярырлыҡ бер нисә шартлау яңғырай. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны дошмандың сираттағы терәк нығытмаһын тар-мар итә. Уның менән бергә ҙур ҡаршылыҡ күрһәткән неонацистар ҙа юҡ ителә.

Экипаж ағзалары үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Командир тактик план ҡора, механик-водитель танк менән идара итә, ә наводчик дошманды утҡа тота. Бында һәр кем хәрби иптәшен кәүҙәһе менән ҡапларға, дөйөм еңеү өсөн ғүмерен бирергә әҙер.

Рәсәй танкы донъяла иң яҡшыһы һанала. Үҙенең техник параметрҙары буйынса ул хатта көнбайыштың маҡтаған Abrams и Leopardтарын да уҙып китә. Оборона министрлығы ҡушыуы буйынса башҡорт батальоны ошондай бер нисә танк менән тәьмин ителгән.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән даими батырлыҡтары өсөн бер төркөм танкистар дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Уларға Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалдары тапшырылды.

Ватан һаҡсыларын алда сираттағы хәрби бурыс көтә. Сергей Зорин вариҫтары уларҙың һәр береһен үтәргә һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һала.