Башҡортостан биләмәләренә йәйге эҫе көндәр килде

Башҡортостан биләмәләренә йәйге эҫе көндәр килде

Синоптиктар бөгөн республикала һауа температураһының 30 градусҡа тиклем күтәрелеүен белдерҙе. Башҡортостанға йылы циклон килеү һөҙөмтәһендә алдағы ике көндә температура утыҙҙан юғарыраҡ күтәрелер, ә төндәрен 13-18 градус булыр тип көтөлә. Әммә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм күк күкрәүе ихтимал.