Өфө хакимиәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм яугирҙарға даими ярҙам күрһәтә. Яңыраҡ яҡташтарыбыҙҙың яҡындары һәм ирекмәндәр менән осрашыу үтте. Унда уларҙы борсоған мәсьәләләр күтәрелде. Ошо хаҡта киләһе репортаж.
Фронтта барыһы ла ғүмер өсөн хәүефле. Ярай әле ағастар һәм ҡыуаҡтар дошман дрондарынан һаҡлай. Руль артында Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы алып барыусыһы, Өфө ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Әнүәр Байков.
Өфөнөң йәмәғәт палатаһы ирекмәндәре һәр ваҡыт махсус хәрби операция биләмәһенә, яңы өлкәләргә һәм ҡалаларға гуманитар ылау оҙата. Улар араһында аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, һаҡланыу саралараы һәм башҡаһы.
Яугирҙарға әүҙем ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре лә саҡырылды. Ҡала хакимиәте вәкилдәре ярҙам бер ваҡытта ла туҡтатылмай, тип белдерә.
Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүселәр араһында Өкө позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа бар. Яугир бер йыл элек үҙенең ғүмерен ҡотҡарған Рөстәм Бәшәров исемле дуҫын юғалта. Осрашыуҙа уның апаһы ла ҡатнашты.
Сараға Мария Батыршина ла саҡырылды. Уның улы махсус хәрби операцияла. Әсә кеше билдәләүенсә, балаһы бер уйһыҙ илде һаҡлауға торған.
Осрашыу һуңынан әсәләр хакимиәт вәкилдәре менән аралашты. Унда уларҙы борсоған мәсьәләләр күтәрелде һәм был эштең нисек мөһим икәне билдәләнде. Яугирҙарҙың яҡындарына башҡа төрлө лә ярҙам күрһәтеләсәк.