Өфө подъездарын ни өсөн һыу баҫа

Өфө подъездарын ни өсөн һыу баҫа
  • Өфө подъездарын ни өсөн һыу баҫа

Подъезда, хатта фатир эсендә һаҫыҡ еҫ, күгәргән диуарҙар. Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр һыу баҫыуға зарлана. Быға ямғырҙар сәбәпсе түгел, канализация торбаларының төҙөк булмауы һәм төҙөлөш нормаларының үтәлмәүе тип дәлилләй милекселәр. Ә мәсьәләне бер кем дә хәл итергә ашыҡмай.

Зәүил Ваһаповҡа 81 йәш. Ул ярты ғүмеренән ашыуын ошо йортта үткәргән. Әммә быға тиклем подвалды һыу баҫҡаны булманы тип хәтерләй пенсионер. Барыһы ла йорт эргәһендә сауҙа үҙәген асыу менән башланды тигән фекерҙә ул.

Рәзим Яҡупов иһә 30 йылдан ашыу был йортта йәшәй. Эргәлә яңы бина төҙөлгән саҡта ауыр техника йөрөп тупраҡты ҡаҙып бөткән. Йылы яҡтарға ял итергә бараһы ла юҡ, хәҙер бында ямғыр яуған һайын диңгеҙ барлыҡҡа килә, ти ир.

Октябрь проспектында урынлашҡан йортто хеҙмәтләндереүсе ойшма вәкилдәре белдереүенсә подвалды һыу баҫыу мәсьәләһе һуңғы 2 йылда ҡатмарлаша төшә. Бының сәбәптәре лә аныҡ.

Мәсьәләнең ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген белер өсөн беҙ күп фатирлы йорттоң подвалына төштөк. Бында үтеп ингән һыуҙы һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы ваҡытында һурҙыртмау арҡаһында үңәҙ барлыҡҡа килгән. Ул ғына ла түгел.

Йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма вәкилдәре лә проблема сауҙа үҙәге төҙөлөшө менән бәйле тигән фекерҙә. Улар, үҙ сиратында, комплекс идаралғы менән һөйләшеп тиҙ арала был мәсьәләне хәл итергә һүҙ бирҙе.

Өфөнөң тағы бер күп фатирлы йортонда хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ.

Өфө Нурия Ғилмуллина Ғафури урамы 48? адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттоң подвалын һыу баҫҡан. Тик бында беҙ инә алманыҡ.

Венера Кудашева 35 йылдан ашыу был йортта йәшәй. Бина төҙөлгәндән бирле түбәнән һыу аға ине, хәҙер подвалда һыу тулып кешеләргә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Бында ла хеҙмәтләндереүсе ойошма үҙ эшен тейешенсә башҡармай, тигән фекерҙә ҡатын.

Йорттағы электр щитының тишектәрен бында йәшәүселәргә сепрәктәр менән ҡаплап ҡуйырға тура килә. Сөнки сымдар подвалдағы торба аша үтә. Хәүеф менән уңайһыҙлыҡтар был йортта йәнәш йөрөй

Ямғырҙар яуыу арҡаһында йорттоң стеналары ярылып унан һыу үтә башлаған. Беренсе ҡатта йәшәүселәр ярты тәүлек фатирҙың иҙәндәрен ҡоротоу менән шөғөлләнәбеҙ, ти.

Күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатында йәшәүселәр араһында күп балалы ғаиләләр ҙә бар. Мәҫәлән Денис һәм Ләйсән Эмильбаевтар бында 2 йыл тора. Йорт стеналары аша һыу инеү арҡаһында фатир диуарҙарын күк баҫҡан.

Был йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма вәкилдәре беҙҙең ижади төркөм менән осрашырға теләмәне.

Тик беҙ килеүгә ишектәр бикле, ә бындағы ойошманан елдәр иҫкән.

Совет районы буйынса торлаҡүкоммуналь хужалыҡ өлкәһен йәмәғәт күҙәтеү үҙәге был ике йортта килеп сыҡҡан мәсьәлә контролгә алынасаҡ тип вәғәҙәләне.

Был мәсьәлә буйынса сюжет төшөргәндә үк төрлө яуаплы ойошмалар хәл менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Проблема тиҙ арала хәл ителер тип ышанырға ғына ҡала.