Ошо туралағы Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Гранттарҙың суммаһы ла билдәле — ул 25 миллион һум. Был хаҡта субьект етәксеһенең “Креатив индустриялар сәғәте” сиктәрендә йәмәғәт туҡланыу ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуы барышында әйтелде.
Беренсе тапҡыр үткән кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр көнүҙәк. Башҡортостан рестораторҙарын борсоған мәсьәләләр башҡарма власть органдары иғтибарына алынырға тейеш. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йәмәғәт туҡланыу хеҙмәтен күрһәтеүсе ойошмаларға “йәйге верандалар” мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора.
“Креатив индустриялар сәғәтендә” Башҡортостандағы кафе-ресторандарҙа тәҡдим ителгән аш-һыу менюһын яңыртыу юлдары өйрәнелде. Йәмәғәт туҡланыу ойошмаларында милли ризыҡтарға урын булырға тейеш.
Кәңәшмәләге тағы бер көнүҙәк һорау кадрҙарға бәйле. Бөгөн республиканың урта махсус белем биреү буйынса 38 колледж ашнаҡсылар, кондитерҙар әҙерләһә лә, белгестәргә ҙур ҡытлыҡ һиҙелә.