Республикала мототехника менән идара иткән үҫмерҙәр һәм балалар ҡатнашлығында авариялар һаны арта.
Яҙ башынан 56 ошондай осраҡ теркәлгән, ике авария үлем менән тамамланған. Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, профилактик операциялар ваҡытында ғына мотоцикл, питбайк, квадроциклдар менән идара иткән меңдән ашыу үҫмер тотолған. Техника штраф туҡталҡаһына оҙатылып, ата-әсәләренә штраф һалына. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иҫәпкә ҡуйылған осраҡта балаларға уҡырға инеү ҡатмарлаша , быны ата-әсәләр аүларға тейеш тип белдерҙе “Хәйерле иртә, Республика!” тапшырыуында Автоинспекция вәкиле.
Питбайктарҙа ҡыуалаған үҫмерҙәр хаҡында Өфө ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмә ваҡытында баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев та әйтте. Ата-әсәләргә бындай транспорт хәүефе тураһында аңлатырға саҡырҙы ул. Сити менеджер үҫмерҙәрҙең “Өфө муйынсағы”нда питбайктарҙа ярыш ойоштороуын миҫал итеп килтерҙе.