Радий Хәбиров ӘР-Рәхим мәсетендә төҙөлөш эштәре барышы менән танышты

Радий Хәбиров ӘР-Рәхим мәсетендә төҙөлөш эштәре барышы менән танышты
  • Радий Хәбиров ӘР-Рәхим мәсетендә төҙөлөш эштәре барышы менән танышты

Республика башлығы иман йортондағы биҙәлеш эштәрен юғары баһаланы. Әлеге көнгә 4 манараны ла Грециянан килтерелгән мәрмәр таш менән тышлап бөткәндәр, мозайка һалынған, көмбәҙҙә эштәр тамамланыу алдында. Быйыл көҙгә тиклем тәҙрәләрҙе тулыһынса ҡуйып бөтөү күҙаллана, шулай уҡ мәсеттең тышҡы диуарын тулыһынса тәмәмләрғә иҫәп тота төҙөүселәр. Ҡышҡа тиклем бинаға йылы биреп эске биҙәү эштәрен башлау бурысы ҡуйылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Европалағы иң ҙур мәсеттәрҙең береһен төҙөү 2006 йылда башланғайны. 10 йылдан эштәр туҡтатылды. 2023 йылда Радий Хәбиров төҙөлөштө тергеҙеү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Мәсеттә тулыһынса экспертиза тикшереүе үткәрелде унан һуң ғына 2024 йыл башында тәҙәүселәр йәнә объектҡа инде.