Өфөлә йәшәүсе тыл ветераны 95 йәшлек оло юбилейын билдәләй

Өфөлә йәшәүсе тыл ветераны 95 йәшлек оло юбилейын билдәләй
  • Өфөлә йәшәүсе тыл ветераны 95 йәшлек оло юбилейын билдәләй

Антонина Хужинаның үҙмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Аслыҡ, ауыр эш менән сыныҡҡан ҡыҙ ғүмерен завод эшенә бағышлай. Бөгөн юбиляр ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре иғтибарына һөйөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ветеран менән хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина осрашты

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер. Өҫтәл артында бергә йыйылып хәл-ваҡиғаларҙы уртаҡлашыу, оҙаҡ күрмәгән яҡындарың менән бергә ултырып сәй эсеү ҙә ҙур бәхет. Антонина Хужинаның өйөндә 4 быуын вәкиле. Ханымдың үҙенән башлап бүлә-бүләсәләренә тиклем. Кескенәләр ҡарт өләсәләрен йыш күрәмәһә лә бында һәр ваҡыт ашҡынып ҡайта.

Антонина Хужинаның йәш килене Гөлнара ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә тапшырған рухи байлыҡ өсөн ғаиләнең өлкән быуын вәкиленә рәхмәтле.

Антонина Егоровнаның 4 ейән-ейәнсәре, 7 бүлә-бүләсәһе бар. Ҡатындың тормош иптәше Рәүил Хужин менән улдары Юрий һәм ҡыҙҙары Юлиәне тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. Улар күңел түрендә ата-әсәләре менән бәйле йылы хәтирәләрҙе генә һаҡлай.

Аталарының яҡты донъяны ташлап киткәненә 30 йыл булһа ла уның менән бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар Юрий менән Юлиәнең хәтеренә уйылып ҡалған.

Рәүил Хужин Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ҡытайға тиклем барып еткән. Совет-япон һуғышының тап үҙәгендә алышҡан.

Әйткәндәй, ҡатын тормош иптәше менән 50-се йылдар башында автобуста таныша. Ул ваҡытта Антонина Егоровнаға 22, ә Рәүил Хужинға 26 йәш була. Ҡатын заводта бухгалтер вазифаһында эшләй. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгәнлектән тормош еңел булмай. Мәктәпте тамамлап урта һәм юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлегенән мәхрүм ҡала. Ҡыҙ 8 классты ғына тамамлай. Ошо белеме менән уны заводҡа эшкә алалар. Үҙенең хеҙмәт һөйөүсәнлеге арҡаһында копиялар эшләүсенән алып баш инженер вазифаһына тиклем күтәрелә. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем “Востокнефтезаводмонтаж” предприятиеһында фиҙаҡәр хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Антонина Хузина Ишембайҙа йәшәй, был ваҡытта уға ни бары 11 генә йәш була. Шуға ҡарамаҫтан ул атаһына ярҙам итә. Егор Хузиндың ҡолағы насар ишетеүе арҡаһында мобилизацияға эләгә һәм артабан ул совет армияһы өсөн айына 15 пар быйма баҫа.

Үҙенең төп эшенән башҡа Антонина ҡул эштәре менән дә мауыҡҡан.

Антонина Хузина юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә, уға 95 йәш тула. Уның кеүек ил һәм республика тыныслығы һәм матур киләсәге өсөн тир түккәндәр балаларының һәм яҡындарының иғтибарын һәм хөрмәтен тойоп йәшәһен ине.