Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр “ЮНЕСКО”ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр “ЮНЕСКО”ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде
  • Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр “ЮНЕСКО”ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде

“Башҡортостан өсөн оло тарихи ваҡиға. Париждағы эксперт берләшмәһе ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙе бер тауыштан хупланы”, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров.

Был үҙенсәлекле объектты ЮНЕСКО исемлегенә индереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Меңәр йыллыҡ рәсемдәрҙе һаҡлау һәм мәмерйәгә кеше йоғонтоһон кәметеү өсөн тотош инфраструктура булдырыла. Тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡҡа нигеҙ һалынды, алдынғы халыҡ-ара стандарттарға ярашлы, лаборатория һәм һүрәттәрҙең теүәл күсермәләре менән заманса музей комплексы төҙөлдө тип яҙа төбәк етәксеһе. Мәмерйәлә мониторинг системаһын индерелде һәм туристик маршруттар яңыртылды. ЮНЕСКО-ның бөтә талаптары үтәлде. Оло ҡаҙанышыбыҙ өсөн ғилми берләшмәбеҙгә, тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы коллективына, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетына һәм шәхсән халыҡ-ара һәйкәлдәрҙе һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса советтың Милли комитеты вице-президенты, ИКОМОС-тың төбәк бүлексәһе етәксеһе Данир Ғәйнуллинға, эксперттар коллективына һәм ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы комитетына рәхмәт белдерәм”, — тип яҙған Радий Хәбиров.